Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Июль 2022, 21:30

Тылдағыларҙың батырлығын данлап

Өфө “Еңеү үрҙәре” исемле Бөтә Рәсәй Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары форумында ҡатнаша.

Тылдағыларҙың батырлығын данлап
Тылдағыларҙың батырлығын данлап

1-2 июлдә Чебоксарҙа “Еңеү үрҙәре” Бөтә Рәсәй хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары форумы үтә. Губернаторҙар, федераль органдар һәм министрлыҡ вәкилдәре, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеменә лайыҡ булған ҡала башлыҡтары, эксперттар, тарихсылар, белем биреү ойошмалары вәкилдәре түбәндәге йүнәлештәр буйынса көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерәсәк: “Хеҙмәт ҡаһарманлығы” – ҡала барлыҡҡа килтергән предприятиеларҙың Еңеүгә өлөшө, тыл хеҙмәтсәндәре батырлығын мәңгеләштереү һәм быуындар күсәгилешлеге”, “Хеҙмәт итеүсе йәштәр һәм заман шарттарында “Хеҙмәт кешеһе” образын формалаштырыуға системалы мөнәсәбәт”, “Тылдағы ҡатын-ҡыҙ. Батырлыҡ. Мөхәббәт. Еңеү” – хәрби низағтарҙа ҡатын-ҡыҙ образы”. Форумдың девизы – тылда Еңеүгә өлөш индереүселәр тураһында иҫтәлек һаҡлау, халыҡ батырлығы тураһындағы тарихи дәлилдәрҙе боҙоуға юл ҡуймау.

Өфө “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән маҡтаулы исемгә илебеҙҙә лайыҡ булған 44 ҡаланың береһе булараҡ ҡатнашырға саҡырылды. Башҡортостан баш ҡалаһының делегацияһы составында – Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, муниципалитеттың бизнес-шерифы Дамир Ғәлиуллин, Граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса ҡала идаралығы начальнигы Тимур Мостаев, Өфө ҡалаһының Йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Роман Янгуров һәм баш ҡаланың тарих музейы директоры Тимур Ильясов бар.  

Форумдың әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе – Рәсәйҙә  тыл хеҙмәтсәндәренә беренсе мемориал асыу булды: ул Сыуашстандың Козлов районындағы Байғул ауылында барлыҡҡа килде. Бында 38 металл стела бар һәм һәр береһе төбәктә төҙөлгән 10 километрлы оборона ҡоролмаларын кәүҙәләндерә.Сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Рәсәй Федерацияһы Президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралыҡ начальнигы Сергей Новиков, төбәк етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы палаталары вәкилдәре, тыл хеҙмәтсәндәре, Эҙәрмәндәр  отрядтары ағзалары, хеҙмәт династиялары вәкилдәре ҡатнашты.

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаларының Бөтә Рәсәй форумын һәм мемориалды асыу уңайынан Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәбрикләү һүҙҙәрен юлланы. “Ауыр шарттарҙа оборона һәм сәнәғәт предприятиеларында, транспортта һәм шахталарҙа эшләгән, үҙен һәм ғүмерен аямай фронтты барлыҡ тейешле әйберҙәр менән тәьмин иткәндәргә тәрән хөрмәт һәм рәхмәт белдереү маҡсатында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем булдырылды”, - тигән юлдар бар унда.

Өфөгә бындай почетлы исем Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 2020 йылда бирелде.

Фото:ufacity.info

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: