Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Июль 2022, 10:00

Үҙәнбаевтар бит ул!

Татыу, уңған, талантлы ғаиләгә артабан да ижади уңыштар, аҡ бәхеттәр, именлек, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ

Үҙәнбаевтар бит ул!
Үҙәнбаевтар бит ул!

"Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсында ҡатнашҡан  Учалы районынан Үҙәнбаевтар ғаиләһе йыр-моңға ғашиҡтар.

Ғаилә башлығы Илназ Камил улы Уральск мәҙәниәт йортонда тауыш операторы булып эшләй. Шулай уҡ Ураҙ ауылында балаларҙы ҡумыҙ, ҡурай серҙәренә төшөндөрә, уҡ атыу буйынса түңәрәк алып бара. 

Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы - "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбледә башлап бейеүсе. "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе 2021" республика конкурсы финалисы. Ғаиләлә дүрт бала буй еткерә. Кескәйҙәр ҙә ата-әсәләренә оҡшап йыр-моңға ғашиҡтар. Өлкән улдары Илгизәр 7-се класҡа күскән, "Ирәмәл" балалар үҙәгенә бейеүгә йөрөй, футбол менән шөғөлләнә, уҡтан атыу менән мауыға. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Игеҙәктәр - Динислам менән Нурислам 3-сө класты тамамлағандар. Динислам музыка мәктәбендә вокал буйынса шөғөлләнә, бейергә әүәҫ. Ике йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһында үткән конкурста йыр буйынса беренсе урын яулаған. Нурислам да йыр-моңға әүәҫ, шахмат уйнай. Төпсөк ҡыҙҙары Йәзиләгә ете йәш. Балалар баҡсаһына ғына йөрөүенә ҡарамаҫтан, ул да бихисап конкурстарҙа ҡатнашып өлгөргән дә инде.

  Былтыр Үҙәнбаевтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсының “Ижади ғаилә” номинацияһында еңеүсе булып, 30 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булалар.

Татыу, уңған, талантлы ғаиләгә артабан да ижади уңыштар, аҡ бәхеттәр, именлек, һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.

Фотолар: Ғаилә альбомынан.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: