Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Июль 2022, 13:04

Миһырбанлыҡ өлгөһө

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡырмыҫҡалы районындағы “Изге йөрәк” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге мохтаждарға, оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эш алып бара.

Район социаль хеҙмәткәрҙәре яр­ҙамға мохтаждар мәнфәғәтен ҡайғырта, улар тураһында даими хәстәрлек күрә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур көс һала. Үҙәктә эшһөйәр, күңелдәре мәрхәмәт һәм миһырбанлыҡ менән тулы оло йөрәкле кешеләр эшләй. Уларға социаль хеҙмәткәр генә түгел, психолог та, табип та, кәңәшсе лә булырға тура килә: кемеһелер үҙенең проблемалары менән уртаҡлаша, аһ-зарын һөйләй. Социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белә, йылы һүҙен йәлләмәй, сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе – кешелеклелек, итәғәтлелек һәм хәстәрлек.

“Изге йөрәк” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Ҡырмыҫҡалы бүлегендә барлығы 37 кеше эшләй – социаль хеҙмәт белгестәре Лилиә Әминева менән Әлфирә Сәйфуллина һәм 35 социаль хеҙмәткәр.

– Беҙҙең ҡарамаҡта бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 22 тыл хеҙмәтсәне, 60 йәштән өлкән инвалидтар – 190 кеше иҫәптә тора. Район буйынса 34 ауыл­биләмәһе  хеҙмәтләндерелә. Өйҙәге тейешле эштәрҙе башҡарыуҙан тыш, дарыуын да, магазиндан кәрәк-ярағын да һатып алалар, ауырып китһәләр, “Ашы­ғыс ярҙам” машинаһын саҡыр­талар,  – ти Лилиә Вильгельм ҡыҙы. – Әйткәндәй, һәр социаль хеҙмәткәр оло кешеләргә диспансерлаштырыу үтеүҙә ярҙам­лаш­ты. “Демография” милли проектына яраш­лы, Иҫке Бәпес ауылынан Альбина Хәсәнова ҡарамағындағы оло йәштә­геләр әүҙем диспансерлаштырыу үтте.

Шуны әйтергә кәрәк, социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре, төп эштәренән тыш, район тормошонда ла ҡайнап йәшәй, район, республика сараларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл Иҫке Бәпес ауылынан социаль хеҙмәткәр Альбина Хәсәнова район хакимиәте башлығы кубогына саңғы ярышында үҙ көсөн һынап ҡараған. Бынан тыш, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашып, сертификатҡа эйә булған. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә республикала үткән тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәткән Милли кейем көнөнә арналған сараға әүҙем ҡушылған. Эштәрен яратып, күңел биреп, намыҫ менән атҡарғандар етәкселек яғынан юғары баһа ала. Былтыр Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан был өлкәлә эш тәжрибәһе 20 йылдан ашҡан социаль хеҙмәткәрҙәр – Прибельский ауылынан Гөлнур Юлыҡова һәм Үтәгәндән Миңзәлә Сөләймәнова, юбилярҙар Наталья Козлова (Николаевка ауылы), Нәзирә Йәғәфәрова (Атйетәр), Зифа Йәрмөхәмәтова (Ҡырмыҫҡалы), Физәлиә Хәсәнова (Сахай) велосипед менән бүләкләнгән. Быйыл мартта ошондай бүләккә Гөлшат Ҡотлоева (Олокүл) эйә булған. Шулай уҡ Үрге Төкөн ауылынан Эльвира Хәлимова менән Ефремкин ауылынан Надежда Федорованы ла байрам уңайынан лайыҡлы бүләк көтә.

Ошо һөнәргә барлыҡ ғүмерен, яҙмышын бағышлап, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән Гөлнур Юлыҡова (Прибельский ауылы), Физәлиә Хәсәнова (Сахай), Эльвира Хәлимова (Үрге Төкөн), Надежда Федорова (Ефремкин), Гөлшат Ҡотлоева (Олокүл) һәм Наталья Козлова (Николаевка) айырым хөрмәткә лайыҡ.

 


Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА

Ҡырмыҫҡалы районы.

Читайте нас: