Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
15 Июль 2022, 11:53

Һыңар аяҡлы фронтовиктар

Улар ил ғәме менән янды.

i.погвардеец.рф
Фото:i.погвардеец.рф

Бала саҡта һыңар аяҡлы ағай-олатайҙарҙы күреп үҫтек. Ағас аяҡ ярҙамында йөрөүҙәре, сатанлап булһа ла колхоз эшендә ҡатнашыуҙары, хатта хужалыҡты етәкләгән фронтовиктарҙың булыуы ғәҙәти күренеш һымаҡ ине. Әммә уларҙың, оло яу юлын үтеп, үлем тырнағынан ҡотолоп, ниндәй кисерештәр менән йәшәгәнен күҙалламаныҡ. Аңыбыҙға барып етмәгәйне, бала инек... Бөгөн иһә беҙ һыңар аяҡлы фронтовиктарҙың йөрәгендә ниндәй уйҙар ятҡанын, шундай хәлдә лә илебеҙ ҡаҙнаһын байытҡандарын, Ватаныбыҙға кәрәкле һәм илебеҙҙең ҙур терәге булғандарын, ил уйы, ил ғәме менән көн иткәндәрен асыҡ аңлайбыҙ... 

Мостафа Түләбаев – һуғыштан һыңар аяҡ йә иһә һыңар ҡул менән ҡайтҡан яугир­ҙәрҙең береһе. Ул Хәйбулла районы­ның Ҡыпсаҡ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, бөгөн ул ауыл юҡҡа сыҡҡан. Аслыҡ йылында атаһы вафат була, малай үҫмер йәшенә еткәнсе ауыл байҙарына ялланып көн күрә.

1928 йылда ауыл хужалығын машиналаштырыу башлана, Мостафа Түләбаев колхозға инә. Ике йыл “Сельпо” ойошмаһы­ның рәйесе, биш йыл ауыл советы рәйесе, алты йыл “Ҡыҙыл тау” колхозы етәксеһе булып эшләй.

Рәйес булыу – бик ҙур һәм яуаплы эш, йыйып алынған игендең һәр бөртөгө өсөн яуап тоторға тура килә. Ә ул яҡтарҙа һауа шарттары бик ҡырыҫ, ҡайһы бер йылдарҙа ҡоролоҡ көслө була, ямғыр яумай. Йә иһә көҙ көндәр ҡапыл боҙолоп китә, ә уңышты ваҡытында йыйып алырға кәрәк – былар бары­һы ла колхоз етәксеһе иңендә ята. Йыйып алған игенде, үгеҙҙәр егеп, ылау ме­нән Ырымбур өлкәһенең Сара станция­һына илтеп тапшырырға тейеш булалар. Әммә ҡар ҡатыш ямғыр яуып, юлды боҙла­уыҡ ҡаплай. Үгеҙҙәр тайып атлай алмағанға күрә, ылау станцияға үҙ ваҡытында барып етә алмай. Хөкүмәттең бойороғон үтәмәгәне өсөн рәйесте хөкөмгә тарттыралар – Мостафа Түләбаевты бер нисә йылға Белорет районына ағас ҡырҡырға ебәрәләр.

Ҡазаға тарыған ғаиләгә ҡатынының ағаһы ярҙамға килә. Усман уҡытыусы булып эшлә­гән була. Килеп тыуған мәсьәләне асыҡлап, ул Калининға хат яҙа һәм ошо арҡала алты айҙан һуң рәйесте иреккә сығаралар.

Мостафа Түләбаев һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә. 1941 йылдың 4 декабрендә 114-се Демидов уҡсылар бригадаһында яу юлын башлай. Был бригада 22-се армия составында Волхов һәм Калинин фронты һыҙығында һуғыша. Яугир, полк­таштары менән Тверь өлкәһенең Белый ҡалаһы янында барған ҡаты алыштарҙа бер нисә тапҡыр яралана.

Госпиталдән һуң 1943 йылдың 17 февралендә Түләбаевты Курск дуғаһы янында совет ғәскәрҙәре немецтарға ҡаршы һөжүмгә әҙерләнгән мәлдә, алты-ете кешелек төркөмгә командир итеп тәғәйенләп, дошман тылына разведкаға ебәрәләр. Уларға “тел”, фашистарҙың ҡасан һөжүмгә күсеүе хаҡында мәғлүмәт алып ҡайтыу бурысы йөкмәтелә. Немецтар үҙҙәре торған биләмә тирәләй мина һалып сыҡҡан була, разведчиктар быны алдан белә. Мостафа һалдаттары менән минаға баҫмаҫҡа тырышып, соҡорҙан бер-береһенең эҙенә генә баҫып атлай, командир булараҡ, ул иң алдан бара. Дошман тылына барып еткән ерҙә генә командирҙың аяғы тайып китеп, минаға эләгә. Ул шартлай, яугир йығыла. Немецтар ҡаршы көслө ут аса. Һалдаттар атыша-атыша килгән соҡорҙан артҡа сигенә, сержанттың ҡанға батып ятҡан кәүҙәһе өҫтөнән пулялар оса. Һалдаттар атыша-атыша ҡайтып етә, командирға “Мостафа Түләбаев үлде” тип хәбәр еткерәләр.

Төн буйы иҫһеҙ ятҡан сержант күҙен асҡанда көн яҡтырған була. Тағы иҫен юғалтып, туң ер өҫтөндә көн буйы ята. Ҡыш һыуығы уның яраһынан аҡҡан ҡанды туҡтата. Иҫенә килеп, торорға итә, әммә аяғына баҫа алмай, шунда уҡ кире йығыла. Яраһынан аҡҡан ҡанды туҡтатыу өсөн билендәге ҡайышын сисеп, аяғын тубығынан өҫтәрәк ҡайыш менән һығып бәйләй. Ҡараңғы төшөү менән ул туң ерҙән шыуышып китергә итә, ләкин ауыртыуға түҙә алмай, тағы аңын юғалта. Шул мәлдә уның Зәйтүнә ҡыҙы, төшөнә инеп: “Атай, атай, тор!” – ти. Аңына килеп, ул ҡатынын, балаларын иҫенә төшөрә. “Иҫән ҡалырға, ҡатыны, балалары хаҡына!” тигән уй йөрәген телеп үтә. Ул теше-тырнағы менән иҫән ҡалырға тырышып, бөтә көсөнә алға ынтыла. Һалдат һәм һуғыш, йәшәү һәм үлем яғалаша был минутта...

Яралы һалдат шыуыша-шыуыша үҙ подразделениеһына килеп еткәс, уның тере икәнлеген күреп, ныҡ аптырайҙар. Ә өйөнә уның һәләк булыуы хаҡында хәбәр ебәреп өлгөргән булалар. Сержант үҙен теге донъя­нан әйләнеп ҡайтҡан кеүек тоя. Шундай ҡаты йәрәхәттәр алып иҫән ҡалыуы – ул үҙе батырлыҡ...

Ҡаты яраланған яугиргә беренсе ярҙам күрһәтеп, Тверь өлкәһенең Нелидов районы янындағы Дорохи ауылында урынлашҡан госпиталгә оҙаталар. Унда уға бер стакан спирт эсереп, аяғын бысҡы менән ҡырҡалар. Артабан уны Ҡазан госпиталенә ебәрәләр, Омск госпиталендә лә дауалана.

1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышы яугире Мостафа Түләбаев, II төркөм инвалиды булараҡ, ике таяҡҡа таянып, һыңар аяҡ менән тыуған ауылына ҡайта. Бында уны ҡатыны, дүрт балаһы көтә. Ҡатыны илап уның ҡосағына ташлана, һыңар аяҡ менән булһа ла, ул балаларын күтәреп ала. Үҙенең иҫән ҡалыуына, ғаиләһен күреүенә ҡыуанып, фронтовиктың сикәһе буйлап шатлыҡлы йәш  тамсылары тәгәрәй... Фәҡәт ошо осрашыу хаҡына әйләнеп ҡайтты бит ул теге донъянан! Ғәзиздәрен күреү өсөн ул, төн буйы ҡанһыраған кәүҙәһен һөйрәп, хәтһеҙ ерҙе шыуышып мина яланынан сыҡты. Фәҡәт ошо бәхетле осрашыу хаҡына ул тамуҡ утын үтеп ҡайтып килде!

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Мостафа Хөснөтдин улы Түләбаев II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.

Һуғышҡа тиклем Мәғрифә менән Мостафа Түләбаевтарҙың дүрт балаһы – ике улдары һәм ике ҡыҙҙары тыуған булһа, һуғыштан һуң уларҙың бер-бер артлы тағы биш малайҙары донъяға килә. Туғыҙ бала әсәһе Мәғрифә Түләбаеваға “Герой-әсә” миҙалы тапшырыла.

Һыңар аяҡлы яугир һуғыштан һуң да эш йөгөн тартты, олоғайғансы ил хәстәре менән йәшәне, уға тоғро хеҙмәт итте. Ҡатыны менән бергә илебеҙгә кәрәкле граждандар, эшһөйәр ҡыҙҙар һәм улдар, үҫтерҙеләр. Туғыҙ балаһына ла дөрөҫ тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Балаларының барыһы ла илебеҙгә тоғро хеҙмәт итте, дәүләтте күтәреүгә һәр береһе тос өлөш индерҙе. Шуларҙың береһе полковник Урал Мостафа улы Мостафин (Түләбаев) үҙе генә ни тора! Урал, атаһының исемен һаҡлап, Мостафин булып йөрөй, Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң хәрби училищеға уҡырға инә. Илебеҙгә бихисап һалдаттар әҙерләп сығара, полковник дәрәжәһенә күтәрелә.

Ғүмерен хәрби тормошҡа арнаған хәрби ғүмер буйы Башҡортостандан ситтә йәшәһә лә, тыуған яҡтарын онотмай. Үҙе хеҙмәт иткән Омск ҡалаһында төпләнә, тормош иптәше Галина Борисовна менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр, улар икеһе лә үҙенә оҡшап хәрби тормошто һайлаған. Бөгөн полковник Урал Мостафин хаҡлы ялда.

Мостафа Түләбаевтың тәрбиә алымдары хаҡында балаларына ҡарап әйтергә була. Уның бер улы Ғәле Түләбаев: “Беҙ атайҙың күҙ ҡарашынан ҡурҡа инек, ул бер ҡараһа, беҙгә шул етә торғайны”, – ти. Бына ниндәй булған атайға ҡарата ихтирам!

- Тәнзилә КЕЙЕКБАЕВА

Читайте нас: