Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Июль 2022, 09:30

Мөмкинлектәре сикләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләсәк

Был статусҡа штаттағы хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентынан күберәге инвалид булған осраҡта кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары дәғүә итә ала.

Мөмкинлектәре сикләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләсәк
Мөмкинлектәре сикләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеләсәк

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһындағы” федераль законға үҙгәрештәр индереләсәк. Документҡа ярашлы, инвалид эшҡыуарҙар, ялланып эшләгән хеҙмәткәрҙәре булмаған осраҡта, социаль предприятиелар статусына эйә булып, дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Был статусҡа штаттағы хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентынан күберәге инвалид булған осраҡта кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары дәғүә итә ала. Шул уҡ ваҡытта ошо категорияға ҡараған хеҙмәткәрҙәрҙең һаны икәүҙән кәм булырға тейеш түгел. Йәнә бер шарт: инвалидтарға түләнгән эш хаҡы өлөшө кәмендә 25 процент тәшкил итергә тейеш.

Ярҙам саралары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: