Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Август 2022, 09:53

Олатайымдың эҙен юллап...

Ата-бабалары­быҙҙың үлемһеҙ батыр­лыҡ­тарын онотмайыҡ.

rossaprimavera.ru
Фото:rossaprimavera.ru

Күптән түгел интернеттан Сталинград һуғышы тураһында документаль фильм ҡараным. Күңелемде ауыр тойғо биләп алды. Тап ошо мәхшәр һуғышта 1942 йылдың һыуыҡ ноябрь айында олатайым Мирсәйет Мырҙабулат улы Ҡарабаев (әсәйемдең бер туған ағаһы) һәләк була.

1904 йылда Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында тыуып үҫә ул. Уны яҙмыш бер ҙә иркәләмәй. Бик иртә атай-әсәйҙән ҡалғас, мал йәнле олатайым Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан 46-сы ат заводына эшкә килә. Эшкә өйрәнеп, күңеленә йәм табып эшләй башлағас, рус ҡыҙы Марияға өйләнә. Матур тормош ҡороп, оҙаҡ йәшәргә яҙмай, ҡанлы 1937 йылдың 23 ноябрендә ”халыҡ дошманы” тип ҡулға алалар. 46-сы ат заводы тураһында Аҡморон ауылында асыҡларға тырыштым, тик кәрәкле мәғлүмәт таба алманым. Уны һигеҙ йылға хөкөм итәләр. Интернет селтәренән алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, 1959 йылдың 6 мартында ғына аҡлана.

Әсәйем иҫән саҡта һорашып ҡалмағанмын. Ул, ахыры, белмәгәндер ҙә инде, белһә, һөйләр ине. Бер саҡ ҡулыма “Атайсал” гәзитенең 2011 йылдағы 52-се һаны килеп эләкте. Билдәле тарихсы Рамаҙан Үтәғоловтың “Фашистарҙы тетрәткән партизандар” мәҡәләһе күҙгә салынды (стилистика һаҡланды – авт.). Унда ошолар яҙылған: “1942 йылдың июнендә партизандар хәрәкәтен көсәйтеү маҡсатында ил буйынса партизан отрядтарына доброволецтар йыйыу кампанияһы үткәрелә. Был саҡырыуға ҡушылып, Баймаҡ районынан 35 кеше доброволец булып партизан отрядына яҙыла. Хәрәкәткә үтә ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, көслө рухлы кешеләрҙе ҡабул итәләр, сөнки уларҙың тормошо һәр көндә, һәр сәғәттә ҙур ҡур­ҡыныс аҫтында торған. Иң берен­селәрҙән булып июнь башында Баймаҡ районынан 12 кеше партизан отрядына яҙыла. Улар – Фәттәх Шырмаев, Мирсәйет Ҡарабаев, Ғәббәс Мортазин, Тәхиә Мөхәмәтйәнов һәм башҡалар”. (ЦГИА РБ. Фонд3081, опись 2. Д612).

Юҡҡа ғына был гәзит ҡулыма килеп эләкмәгәндер, Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса олатайымдың яҙмышын асыҡларға тейешмендер тигән уй биләне. Мәҡәләне уҡығас, олатайым тураһында күберәк белеү маҡсатында эҙләнә башланым. Баяғы мәҡәлә авторы, күренекле тарихсы Рамаҙан Үтәғолов ағайға ла мөрәжәғәт иттем. Беренселәрҙән булып ирекле рәүештә киткәс, ул коммунист булғандыр, быны асыҡлар өсөн архивҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген әйтте. Ул 987-се уҡсылар полкы 66-сы армияһының 226-сы уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 21 ноябрендә тиңһеҙ алышта вафат була. Сталинград өлкәһенең 139,7-се ҡалҡыулығында туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Тик һәләк булыусылар исемлегендә булмағас, Кузьмичи ауыл советына хат яҙҙым. Ыңғай яуап ала алманым. Туҡтап ҡалырға теләмәнем. Нисек инде, Тыуған иле өсөн йәнен аямаған олатайымдың исеме эҙһеҙ юғалырға тейешме? Интернеттан мәғлүмәттәр табып, күсермәһен Волгоград өлкәһе Дубовка ҡалаһының хәрби комиссариатына ебәрҙем һәм унан етәксеһе А. Трофимовтың ҡултамғаһы ҡуйылған яуап алдым: ”Туғанығыҙҙың исем-фамилияһы туғандар ҡәберлеген­дәгеләр исемлегенә һәм “Мамай курганы” исемлегенә индерелде. Ә исемлек Кузьмичи ауыл советында һаҡлана. Туғандар ҡәберлеге буйынса һәм башҡа һорауҙар менән инспекторға шылтырата алаһығыҙ”, тип телефон һандары ла яҙылған. Был яуапты алғас, ирекһеҙҙән күҙҙән йәш атылды. Белмәйем, ҡыуаныстанмы, әллә һағыштанмы? 38 йәшлек кенә кешегә ниндәй ғәҙелһеҙлектәр күрергә тура килгән?! Нисек инде, “Халыҡ дошманы” мөһөрө тағылған һалдат иң беренселәрҙән булып үҙ ирке менән ил һаҡларға китер инеме...

Күңелем бер аҙ тынысланды, саф исемен яҡлап, олатайым алдында бурысымды үтәгәндәй булдым. Ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ батырлыҡ­тарын онотмайыҡ! Заман технологияһы үҫешкән осорҙа йәшәйбеҙ, әйҙәгеҙ, туғандарыбыҙҙың эҙҙәрен юллап, ҡәберлектәрен табайыҡ, рухтары алдында баш эйәйек! “Олатай һәм хөрмәтле ветерандар, тыныс тормош бүләк иткәнегеҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәбеҙ!” – тип тамамлағым килә.

 

Рәмилә ТУҒЫҘБАЕВА

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Читайте нас: