Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Август 2022, 09:51

Рухығыҙға тап төшөрмәбеҙ

Ҡартатайым ғүмер буйы улын көткән.

Ҡартатайым Ғәйнетдин Хәлиулла улы Маҡсүтов 1896 йылда Башҡортостандың Матрай районы (хәҙерге Йылайыр районы) Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала сағы, үҫмер йылдары һәм ҡыҫҡа ғына ғүмере лә тыуған ауылында үтә. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Ғәрәпсә уҡый, яҙа белә. Шул уҡ ваҡытта рус графикаһы буйынса ла белем ала.

Бер аҙҙан ул Сәлимә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур, татыу ғаилә ҡора. Бөтә тырышлығын, күңел йылыһын һалып зауыҡлы, заманына күрә ҙур итеп өй төҙөп сыға. Яңы өйҙө йәмләп, бер-бер артлы һигеҙ балалары тыуа. Донъялары етеш, балаһы ла үҙҙәре кеүек эшкә шәп, аҡыллы, тәрбиәле булып үҫә.

Ҡартатайым  Иҫке Яҡуп ауылында колхоз рәйесе, һатыусы ла булып эшләй. 1941 йылдың йәйендә иң өлкән улы Сөләймән Юлдыбай мәктәбен тамамлап, урта белем тураһында аттестат алырға йөрөй. Ата-әсәһенең оло ҡыуанысы булған егет бик һәләтле, белемле, “бишле” билдәләренә генә уҡый, мәк­тәптә комсорг та була. Улым бик ҙур кеше, үҙебеҙгә терәк буласаҡ, тип өмөтләнгән атай кешенең яҡты хыялдарын селпәрәмә килтереп, Бөйөк Ватан һуғышы башлана...

Иҫке Яҡуп ауылынан да ир-егеттәрҙе һуғышҡа ала башлай­ҙар. Иң беренселәрҙән булып ҡулы­на аттестатын да тотоп өлгөр­мәгән 19 йәшлек Сөләймән китә. Ул китеп бер йыл үткәс, 1942 йылдың 23 июлендә, 46 йәшлек Ғәйнетдин ҡартатайымды ла һуғышҡа алалар. Ул Ленинградҡа эләгә, блокаданы өҙөүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 25 ғинуарында яраланғанына ҡәҙәр, Төньяҡ уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә, фашистарға ҡаршы алыша. 26 февралгә тиклем Ленинград ҡалаһының 85-се хәрби госпита­лендә дауалана. 1943 йылдың 15 сентябрендә ҡартатайыма “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалын тапшыралар.

1944 йылдың 19 апрелендә яралы һалдатҡа “хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ” тип танытма бирәләр. Ҡартатайым 1944 йылдың яҙында фронттан тыуған яғына ҡайтып төшә. Ҡыҙы Ғәйшә: “Атайымдың һуғыштан ҡайтҡанын әсәйемә ике ҡатын һөйөнсөләне, өсәүләшеп илаштылар, – тип иҫкә алыр булған. – Мин йыуа ашап ҡайтып килгәндә, өй эсенә кешеләр тулған ине. Атайым хәрби формала, яурыны, ҡулы, аяғы бәйле. Ул ҡайтҡас, тормош бер аҙ еңеләй­гәндәй тойолдо”.

Был ваҡытта, 1944 йылдың йәйендә, уның улы Сөләймән дә яу ҡырында фашистарға ҡаршы һуғыша, лейтенант званиеһын ала. Уны Ярославлгә уҡырға ебә­рәләр. Ошо йылдың 22 июлендә яҙған хаты инде һуңғыһы була...

Бер туған ҡустыһы Уйылдан уға аттестатты юллауҙары тураһында хат яҙа. Аттестат өсөн аҡсаны военкомат артығыраҡ түләп, аҙаҡ был сумманы ғаиләнән тотоп ҡалырға тейеш булғандар. Шул турала борсолоп яҙған ул, әммә бер аҙҙан Сөләймән Мәҡсү­тов­тың хәбәрһеҙ юғалғаны тураһында хәбәр килә.

Ата кешенең йөрәге был хәбәргә ышанмай, улын көтә. Һуғыш тамамланып та улы ҡайтмағас, ул Сөләймәнде эҙләп һорауҙар ебәрә, әммә ыңғай яуаптар ала алмай.

Улы Сөләймән тураһында ике рәсми яуап һәм үҙенән килгән һуңғы хатынан башҡа бер генә иҫтәлек тә ҡалмаған. Йөрәк яраһының һыҙлауын тән яраһы менән баҫырға тырышып, Ғәйнетдин ҡартатайым донъя мәшәҡәттәренә сума. Тыныс тормошта һатыусы, бригадир булып намыҫлы эшләй. Ғаиләһе лә ишәйә: һуғыштан һуң йәнә ике ҡыҙы, бер улы тыуа, тик ул иртә вафат була.

Ҡартатайым һуғыш яраларынан мандый алмай, 1955 йылдың октябрендә 59 йәшендә генә мәрхүм була. Уның хәрби билеты, миҙалдарының кенәгә­ләре һәм башҡа байтаҡ документтары һаҡланған. Һарғайып бөткән ошо документтар ул ваҡыттағы тормош, һалдаттарға, ябай хеҙмәт кешеләренә булған оло ихтирам һәм иғтибар тураһында һөйләй.

Бөйөк Ватан һуғышы батыры, Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ҡартатайым һоҡланғыс ғүмер юлы үтә. Ошондай аяҙ, тыныс күкле, матур, етеш тормошта йәшәгәнем өсөн ҡаһарман Ғәйнетдин ҡартатайыма мең рәхмәтлемен! Үкенескә күрә, мин уны бер тапҡыр ҙа күрмәнем.

Ҡартатай, һинең ейән-ейәнсәр­ҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең рухыңа тап төшөрмәй йәшәр. Эйе, 1945 йылдың яҙынан аралар алыҫая барған һайын, Бөйөк Еңеү көнөнөң ҡәҙере арта ғына бара. Еңеүгә 77 йыл, ләкин ҡаһарманлыҡ онотолмай.

 

Ғәлиә СОЛТАНОВА

Йылайыр районы.

 

 

Читайте нас: