Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
19 Август 2022, 11:00

“Еңеү диктанты” акцияһына әҙерләнә башлағыҙ

Быйыл был сара 3 сентябрҙә үтә.

“Еңеү диктанты” акцияһына әҙерләнә башлағыҙ
“Еңеү диктанты” акцияһына әҙерләнә башлағыҙ

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм”Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте “Еңеү диктанты” темаһы буйынса матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Матбуғат конференцияһында “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк штабы етәксеһе Оскар Лютов, республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Бөтә Рәсәй тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов, Республиканың һуғыш, хеҙмәт ветерандары советы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валерий Шәрипов ҡатнашты. 

“Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи диктанты Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда Рәсәй һәм сит ил граждандары ҡатнаша ала.

Быйыл “Еңеү диктанты” 3 сентябрҙә үтә. Ул дүртенсегә ойошторола. Йыл һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта: әгәр 2019 йылда диктантты 100 мең самаһы кеше яҙһа, 2021 йылда унда 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.

“Еңеү диктанты”н яҙып, иң күп балл йыйған кешеләргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыу бушлай һәм ирекле. Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән тарихи диктанттың сайтында танышырға мөмкин.

“Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин. Махсус майҙансыҡтарҙа яҙа башлау менән ул тейешле бүлектә онлайн килеп сығасаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусы сертификатын шәхси кабинеттан табып, күсереп алырға була.

Конференцияла Марат Мәрҙәнов “Еңеү диктанты” акцияһында еңеүселәргә 2023 йылда Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу мөмкинлеге лә бирелеүе тураһында белдерҙе. 

Автор фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: