Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
19 Август 2022, 16:15

Өмөт ҡуҙы оҙаҡ һүнмәй

Еңеү көнөн бөгөнгөләй хәтерләй.

ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Зифа Аллабирҙина Бөрйән районының Аҫҡар ауылында Һәҙиә менән Хафиз Кәлимуллиндарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Һуғыш башланғанда уға ни бары ике йәш ярым тирәһе генә була. Күп ваҡиғаны иҫләмәһә лә, ул ваҡыттағы ауыр хәлдәр, аслыҡ тураһында өлкәндәрҙән ишетеп үҫә. Иҫ белә башлағандан һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ҡыйынлыҡтарҙы, башҡа тиңдәштәре кеүек үк, үҙ елкәһендә татый.

Район советы рәйесе, аҙаҡ колхоз рәйесе булып гел вазифалы урындарҙа эшләгән атайҙарын 1942 йылда үҙ теләге буйынса һуғышҡа алалар. “Колхоздың киндер тоҡтары беҙҙең ишек төбөндә ята ине. Аҙаҡ улар ауыл ҡатын­дары бешергән, киптергән, ыҫлаған аҙыҡ-түлек менән тулды. Колхоз­дың иң шәп айғырына ошо тоҡ­тарҙы тейәп, атайымды Стәрлегә тиклем оҙатып ҡуйғандар. Әсәйем дә ике бәләкәй балаһын – мине һәм Луиза һеңлемде – күрше Брәтәктә ҡалдырып, үҙе артабан атайыбыҙ менән Маҡарға юллана. “Фашисты тиҙ генә дөмөктөрөрбөҙ ҙә кире ҡайтырбыҙ. Һин, Һәҙиә, ба­лаларҙы яҡшы ҡара, уҡытырға тырыш”, тип китһә лә, әйләнеп ҡай­тырға яҙмай атайыма...” – тип һөйләй ул.

Атаһының “хәбәрһеҙ юғалды” тигән йөрәк тетрәндергес хәбәре генә килә. Шулай булыуға ­­ҡа­­ра­маҫтан, әсәйҙәре һәм береһе­нән-береһе бәләкәйерәк биш ба­лаһы ҡәҙерлеләрен күреүгә өмөтөн өҙмәйенсә, һәр иҫән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙән уның тураһында ентекләп һораша. Күрше ауылдан берәү “ҡайтыр, ҡайтыр, ундай мәх­шәрҙә яңылыш ебәргән булыуҙары ла бар”, тигәс, өмөт ҡуҙы оҙаҡ йылдар буйы баҫылмай әле.

Ул ваҡытта йәш кенә әсәйҙәре, йүнсел, эшлекле ҡатын, балаларын асыҡтырмаҫ, атайһыҙлыҡты һиҙҙермәҫ өсөн юҡты бар итә, колхоздағы төрлө эштәрҙә ҡатна­ша. Ауыл лавкаһында һатыусы булып эшләгәнендә Стәрлегә егеүле атта яңғыҙы йөрөп аҙыҡ-түлек, тоҙ-шәкәр, шырпы кеүек кәрәкле әйберҙәр ташый. Оҙон ауыр юлда тарыған ҡыҙғаныс та, ҡурҡыныс та ваҡиғаларҙы аҙаҡтан көлкөгә бороп һөйләр була шая­ны­раҡ холоҡло әсәйҙәре. Нисек кенә ауыр булмаһын, ихатаһын­дағы бер һыйырынан яҙмаҫҡа тырыша ул. Һөт-ҡатығын, шуға өҫтәп, иренең яҡшы тороштағы кәстүм-салбарын 18 саҡрымда ятҡан Әүжән баҙарына алып барып, картуфҡа, башҡа төрлө ризыҡҡа алмаштыра. Күрше ауылдыҡылар менән йыш аралашып, алыш-биреш итә торғас, русса оҫта ғына һөйләшергә лә өйрәнә. Балаларына кейемде үҙенең күлдәк-пальтоһынан ҡыҫҡартып тегеп кейҙерә. Эшкә тилбер ҡатындың үҙенең өҫ-башы ла һәр ваҡыт бөтөн, бөхтә була.

Балалары ҡул араһына инеп, яңғыҙ әсәгә бар яҡлап терәк-таяныс була бара: ҙурҙары бәләкәй­ҙәрен ҡараша, ҡыш – сана, йәй ҡул арбаһы менән урмандан ботаҡ-һатаҡ ташыйҙар, яҙ ҡырға үлән-тамыр, ә йәй төрлө емеш-еләк йы­йырға сығалар.

“Яҙ көнө балтырған өйрәһен йыш бешерҙеләр, ә мин “һыҡра еҫе сыға” тип сығып китә, аслыҡ үҙәккә үткәс кенә инеп, һыуынған өйрәне ашап ҡуя инем”, – бәләкәй Зифа­ның хәтерендә ошо хәл ныҡ уйыл­ған.  Ағайҙары менән ҡайын ите ашарға барғандарын да хәҙер һа­ғынып һөйләргә генә ҡалған.

“Бер шулай ике ағайым ҡуян арба­һына Луиза һеңлем менән мине ултыртып, урманға алып барҙы, ҡайынды һыҙырып, итен ашарға тоттороп ҡуйҙылар, ә үҙҙә­ре ул арала утын әҙерләне. Аҙаҡ беҙҙе утын өҫтөнә ултыртып алып ҡайттылар”, – тип йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән хәтергә ала апай яҡындарын. Уйлап ҡараһаң, ағайҙарына ла ул ваҡытта һигеҙ-туғыҙ йәш тирәһе генә булған бит. Күрше ауылға башланғыс кластар­ҙы уҡытырға ебәрелгән 14 йәшлек оло апайҙары ғаиләгә ҙур терәк булып ҡала, ҡайҙа аҡса, ҡайҙа аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә ул.  Бер ваҡыт  дүрт-биш йәштәрҙәге Зифа ла уның менән йәшәп ала, дәрес ваҡытында эйәреп йөрөй, парта артына ултырып тыңлай, яҙырға тырыша, арып йоҡлап та киткеләй.

Һуғыш бөткән мәлде иһә Зифа апай бөгөнгөләй асыҡ хәтерләй.

– Ул көндө күрше инәй беҙгә тоҙ һорап инде. Әсәйем, саҡ ҡына ҡалған, тип уны буш сығарҙы. Шунан кемдер берәү: “Һуғыш бөткән! Һуғыш бөткән! Һәҙиә, Хафиз ҡайтыр әле!” – тип ҡысҡырып үтеп китте. Беҙ, балалар, тәҙрәгә ябы­рылдыҡ, албырғап ҡалған әсәйем теге инәйҙе кире саҡырып индерҙе. Әлеге яңылыҡтан берсә көлөп, берсә илап, оҙаҡ итеп сәй эстеләр, ҡайтҡанында уға тоҙ ҙа биреп сығарҙы. Ә беҙ – һеңлем, күрше-тирәләге бала-саға – етәкләшеп әле мәктәп ултырған тауға менеп, алыҫҡа офоҡҡа оҙаҡ итеп ҡарап торҙоҡ...”.

Атайҙарын күпме зарығып көт­һәләр ҙә, яҡшы хәбәр килмәй. Арҡа­һыҙ ҡалған балаларҙың арта­банғы яҙмышы еңелдән булмай, шулай ҙа хеҙмәттә һәм ауырлыҡта сынығып үҫкән һәр береһе тырышып-тырмашып донъя көтә, бала­лар үҫтерә, намыҫлы ғүмер кисерә.

Зифа ла кейәүгә сыға, биш ба­ла­ға ғүмер бүләк итәләр. Төрлө ауыр эштәрҙә йөрөй, тормошона зарланмай ғына, яҡты киләсәкте көтөп йәшәй бирә. Үҙ ғүмеренә ҡайғыны ла күп кисерә: бер улының, бер ҡыҙының йыназаһын үткәрергә тура килә уға... Әсәй кеше өсөн иң ҙур ҡайғы...

Зифа апайҙың бөгөнгөһө ҡәҙер­ле, баһалы. Рәхилә ҡыҙының, ике улының, өләсәй тип өҙөлөп торған ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибары үҙәгендә, хәстәрлегендә ғүмер кисе­рә ул. Күңел ғазаптарын эскә йомоп, йылмайырға көс табып, яҡындарынан йылы һүҙен йәллә­мәй, үҙе лә бар хәленсә уларға бергәләшеп йәшәй 84 йәшен тул­тырған әсәй-өләсәй. Ошо бәхете өҙөлмәй, шатланып, ауырымай-һыҙланмай оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һуғыш балаһы Зифа апайға!

- Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Бөрйән районы

Читайте нас: