Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
26 Август 2022, 17:34

Үлмәҫ даны мәңге өлгө булыр

Иҫән сағында уға арнап йыр яҙыла.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен ишеткән, уның тормошона ҡағылышлы хәл-ваҡиғалар менән танышҡан һайын: “Әгәр үҙе иҫән булһа, был хаҡта нимә әйтер ине? Беҙ белмәгән ниндәй хәлдәрҙе һөйләр ине?” – тигән һорау ҡатыш уйҙар тыуа. Эйе, меңдәрсә һорау, ә бит уларҙың күбеһенә яуапты Герой үҙе менән алып китте. Батыр ҡайтмаһа ла, даны ҡайта, ти халыҡ. Үҙе яу яланында ҡалды, ә уның даны көндән-көн артҡандан-арта, ә исеме ил тарихына мәңгелеккә яҙылды.

 

Даны артҡандан-арта

 

Миңлеғәле Минһажетдин улының тыуыуына 27 августа (1899 йылдың 15 авгусы тип тә йөрөтәләр) 123 йыл була. Данлы башҡорт батырының тыуған көнөн республикала ғына түгел, бүтән төбәктәрҙә лә билдәләйҙәр. Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бихисап бюст, һәйкәлдәр менән мәңгеләштерелгән, урам һәм майҙандар уның исемен йөрөтә. Ҡырмыҫҡалы районында тыуған ауылы Биштәкәгә,  ауыл мәктәбенә, күргәҙмәләр залына, Өфө ҡалаһының 104-се һәм 109-сы дөйөм белем биреү мәктәптәренә, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһының махсус тәғәйенләнеш­тәге 29-сы отрядына ла билдәле генералдың исеме бирелә.

Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусылар “шайморатовсылар” сафына алына. Алда тағы ла бер мөһим ваҡиға була – Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы хөрмәтенә монумент асыла­саҡ. Был ваҡиғаны барлыҡ республика халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңге­ләштереүгә етди иғтибар бирә. Уның хәстәрлеге һөҙөмтәһендә халыҡ батырына 2020 йылда Рәсәй Геройы исеме бирелде. Монумент та республика етәксеһе тәҡдименә ярашлы төҙөлә. 2020 йылда Башҡортостан етәксеһе Указы менән яңы дәүләт наградаһы – Шайморатов ордены булдырылды. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, йәмәғәт хәүефһеҙ­леген һаҡлаған шарттарҙа хәрби, граждан­лыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән ҡаһарман замандаштарыбыҙға бирелә. Ордендың тәүге икеһен Радий Хәбировтың Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы сафында булған яугир-вете­рандарға – Мөғин Кәрим улы Нагаевҡа һәм Ғәбделхәй Әхәт улы Зариповҡа тапшырыуы тарихи ғәҙеллек булды.

Миңлеғәле Минһажетдин улын хеҙмәт­тәш­тәре лә, ябай яугирҙәр ҙә сағыу илһөйәр һәм ҡурҡыу белмәгән офицер, ябай һалдат­тар ҙа яратҡан, хөрмәт иткән совет хәрби етәкселәренең береһе булараҡ белә. Советтар Союзы маршалы, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Семен Буденный: “Ихтыяр көсө ҙур, һәләтле хәрби начальник һәм ҡайнар совет илһөйәре”, – тип әйткән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полк командиры, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов: “Шайморатов минең өсөн ысын командир өлгөһө булды – ихтыярлы, маҡсатлы, тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта кешелекле, хәстәрлекле”, – тип фекерҙәрен уртаҡлашҡан.

 

Һәйкәл ҡасан асылыр?

 

Өфөнөң Совет майҙанын үткән һәр ке­шелә ошо һорау тыуалыр. Белеүебеҙсә, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөнөң төп майҙандарының бөтәһендә лә тантаналы саралар буласаҡ. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин билдә­ләүенсә, әле Совет майҙанында ҙур эштәр атҡарылған. Республика көнөндә иһә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңле­ғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһы төп байрам сараһына әйләнәсәк.

Мәғлүм булыуынса, һәйкәл проекты асыҡ конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алынды. Билдәле скульптор Салауат Щербаковтың эше иң яҡшыһы тип танылды. Республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме буйынса проектты тағы ла тулыландыр­ғандар, монументтың ике яғынан колонналар өҫтәгәндәр.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, Республика көнөндә I Бөтә Рәсәй “Батырҙар заманы” патриотик йырҙар фестиваленең финалы үтә. Шунда уҡ төбәк оҫталарының “Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар” сәнғәт оҫталары концерты ойошторола. Тамашасыларға “Салауат вариҫтары сигенеүҙе белмәй” спектакле­нән өҙөктәр һәм киң мэппинг-шоу күрһәте­ләсәк. Республика көнөнә арналған төп сараларҙы Башҡортостан халҡы ҡарай алһын өсөн төп тантаналар Башҡортостан юлдаш телеканалынан яҡтыртыла.

Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шай­мора­товҡа һәйкәл асыу тантанаһында республиканың 20 мәктәбенән 500 уҡыусыны шайморатовсылар сафына аласаҡтар. Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева әйтеүенсә,            1 сентябргә төбәктә бөтәһе 78 шайморатовсылар класы була һәм уларҙа 1600 бала белем алыр тип күҙаллана. Был кластарҙың командалары 13 сентябрҙә “Патриот” хәрби-патриотик паркында “Геройҙар уҙышы”нда ихтыяр көсөн һынап ҡарай, ә ярышта еңеүсегә Шайморатов исемендәге күсмә кубок тапшырыла.

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, байрам сараларында Беларусь һәм Үзбәкстан республикаларынан делегация вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Тимәк, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың даны тағы ла алыҫҡараҡ тарала.

 

Әле лә яратып йырлайбыҙ

 

 “Шайморатов генерал” йыры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫән саҡта уҡ ижад ителгән. Композитор Заһир Исмәғилев яугир-шағир Ҡадир Даян һүҙҙә­ренә көй яҙа. Йырҙы тәүге тапҡыр 1942 йылдың мартында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡара. Ә 1943 йылдың 23 февралендә Миңлеғәле Шайморатов һәләк була.

Йыр фронт яланындағы яугирҙәр һәм яңы һуғышҡа киткән егеттәр өсөн гимнға әй­ләнә, йәғни шул йылдарҙа танылыу алған “Землянка”, “Катюша”, “Күк яулыҡ”, “Ҡараңғы төн­дә” йырҙары менән тиңләшә. Был йырҙы төр­лө быуын кешеләре әле лә яратып йырлай.

 

Тарих ҡабатлана

 

Майҙа “Диңгеҙ пехотаһы һәм хәрби-диңгеҙ флоты” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Алик Камалетдинов Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары биләмәһендәге хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн, Баш­ҡор­тостандан ирекмәндәр батальоны төҙөп, уға Миңлеғәле Шайморатовтың исемен биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ирекмәндәр Рәсәй Оборона министрлығына рәсми мөрәжәғәт ебәрә, был тәҡдимде республи­каның барлыҡ ветерандар ойошмаһы ла хуплай. Хәҙер батыр вариҫтары тағы ла ата-бабалар юлынан үтәсәк.

Яңыраҡ Өфө  ҡалаһының “Алһыу елкән” йәштәр клубтары берләшмәһенең “Урал казагы” клубы тәрбиәләнеүселәре Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальоны яугирҙәренә хаттар яҙҙы. Уларҙың хаттары һәм һүрәттәре Ватан һаҡсыларына тапшырылды.

Шайморатовсылар бындай иғтибарға һәм рухи ярҙамға бик шатланған. “Монах” ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, батальон хәрби әҙерлек урынында күнекмәләрҙе күңел күтәренкелеге менән дауам иткән.

Белеүебеҙсә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы илгә 78 Советтар Союзы Геройын биргән. Ундай һөҙөмтә Ҡыҙыл Армияның башҡа бер йәйәүле ғәскәрендә лә юҡ. Миңлеғәле Шайморатов 79-сы Герой булып үҙе өҫтәлде. Эйе, батыр үлһә лә, даны ҡала.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: