9 май - Еңеү көнө
7 Сентябрь 2022, 13:00

Йәшел помидорҙан бик тәмле салат

Эшләп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ!

Йәшел помидорҙан  бик тәмле салатЙәшел помидорҙан  бик тәмле салат
Йәшел помидорҙан бик тәмле салат

Бының өсөн бер килограмм помидор, ете-һигеҙ тырнаҡ һарымһаҡ, ике-өс эре кишер, әнис, петрушка, лавр япрағы, шәкәр, тоҙ, туғыҙ процентлы һеркә кәрәк.

 

Әҙерләү:

Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә киҫәбеҙ. Кишерҙе, һарымһаҡты, йәшеллекте ҡырҡабыҙ. Бер литрлы банкаға йәшелсәләрҙе тултырабыҙ. Уға бер аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр, лавр япрағы һалып өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп 30-40 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан уны кәстрүлгә ҡойоп, һеркә өҫтәп ҡайнатабыҙ ҙа, кире һалып банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Бер тәүлеккә йылыға төрөп ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: wums.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас