Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Октябрь 2022, 19:30

Беҙҙекеләр Һарытауҙа нисек урынлашҡан?

Мобилизацияланған ир-егеттәр тәү сиратта туғандары, яҡындары тураһында хәстәрлек күреүҙе һораған.

Беҙҙекеләр Һарытауҙа нисек урынлашҡан?
Беҙҙекеләр Һарытауҙа нисек урынлашҡан?

Бөгөн, 1 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һарытау өлкәһендә республикабыҙҙан мобилизацияланған ир-егеттәрҙең хәрби әҙерлек урынында булды. Төбәк етәксеһе уларҙың йәшәү шарттары менән танышты, хәрбиҙәр менән аралашты, егеттәргә махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә уңыштар теләне.

- Барығыҙға ла республикабыҙҙан сәләм тапшырам. һеҙҙең өсөн ныҡ борсолабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ғорурланабыҙ. Һеҙ – ысын геройҙар! Һәм, әлбиттә, барығыҙҙы ла өйҙә көтәбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Әңгәмә барышында мобилизацияланған ир-егеттәр туғандары, яҡындары тураһында хәстәрлек күреүҙе һораны, республика предприятиеларының эшмәкәрлеге, кредиттар һәм һалым түләү мәсьәләһе, подразделениеларҙы өҫтәмә ҡорамалдар, хәрби кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү тураһында белеште.

- Нимә кәрәк булһа ла, хәбәр итегеҙ. Беҙ был һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итергә тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн бөтә ресурстарҙы ла табасаҡбыҙ, - тине республика Башлығы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров бөгөнгө сәфәре хаҡында социаль селтәрҙә лә яҙҙы.

“Бар Башҡортостан халҡы исеменән махсус хәрби операцияға мобилизацияланған егеттәргә, уларҙың Һарытау өлкәһендәге дислокация урынына барып, сәләм тапшырҙым.

Бында беҙҙең егеттәр инде ике меңдән ашҡан. Ай дауамында хәрби әҙерлек үтәсәктәр. Беҙҙең бурыс – уларҙың көнкүрешен уңайлы итеү, туҡландырыу, карауаттар менән тәьмин итеү һ.б. йәһәттән мөмкин булғанса ярҙамлашыу.

Беҙҙең егеттәрҙе ҡабул иткән Һарытау өлкәһе губернаторы Роман Викторович Бусаргинға айырым рәхмәт. Улар уның өсөн туған кеүек. Һәм мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Тәүге мәлдә еңелдән булманы. Хәҙер билдәле бер тәртип бар. Беҙҙең егеттәр биш төбәктә хәрби әҙерлек үтә. Бөгөн уларҙың бөтәһендә эшләйбеҙ, уларҙа – минең команданың ағзалары. Иң мөһиме шул: беренсе – көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, икенсе – мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү.

Егеттәргә тағы, тағы – хөрмәт һәм ихтирам! Уларҙы алғы һыҙыҡта, гуманитар конвой алып килгәндә күрәсәкмен”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/wall413272232_888218

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: