Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Октябрь 2022, 15:30

Ветерандар китә...

һуңғы герой – “шайморатовсы”. Уға 99 йәш ине

Ветерандар китә...
Ветерандар китә...

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугиренең арабыҙҙан китеүе тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты:

  • 16 октябрҙә Советтар Союзы Геройы, иҫән ҡалған һуңғы герой – “шайморатовсы” Георгий Федорович Платонов мәңгелеккә арабыҙҙан китте. Уға 99 йәш ине.

Георгий Платонов 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Мәскәү һәм Ржев ҡалалары өсөн алыша. Курск, Днепр өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә. 16-сы Чернигов Ҡыҙыл байраҡлы гвардия -кавалерия дивизияһының 62-се гвардия-кавалерия полкының эскадроны  менән командалыҡ итә.

Башҡа Геройҙарыбыҙ кеүек Георгий Федорович Платоновтың исеме, Өфөнөң Совет майҙанында  Миңлеғәле Шайморатов  һәм барлыҡ Тыуған ил өсөн һәләк булғандарға ҡуйылған һәйкәлдең колоннаһына уйылып яҙылған.

 Георгий Федорович Платоновтың туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.  
 

Ветерандар китә...
Ветерандар китә...
Ветерандар китә...
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: