Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
25 Октябрь 2022, 21:42

Аслыҡ серек бәрәңгене лә ризыҡ иттерҙе

givetselo.ru
Фото:givetselo.ru

Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен шул осор балалары айырыуса күп татыны. Ул йылдар күптән тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, хәтирәләр онотолмай.

...1943 йылдың һыуыҡ ҡышы. Яғырға утын юҡ. Йәш килендәрҙе Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ҡыуалар. Бөтә эш ҡарт-ҡороға, ҡатын-ҡыҙ, балалар иңенә төштө. Әсәйемә бәлиғ булмаған алты балаһының һәр береһен кейендерергә, ашатырға кәрәк. Өс малай, өс ҡыҙ үҫтек. Бәләкәсебеҙгә – ике генә йәш. Ҡараңғыла тоҡандырырға кәрәсин юҡ, сыра яндырабыҙ. Шәкәр, сәй, ит, май кеүек ризыҡтар төшкә лә кермәй.

Мин Миңлеғәли ағайым менән икәүләп Сәхәү бабайҙың, йәғни үҙебеҙгә нәҫел кешенең аттарын ҡарайбыҙ. Хәрби кейемдәге кешеләр килеп аттың буйын, бейеклеген үлсәй. Уларҙың исеме күңел дәфтәрендә уйылып тороп ҡалған. Береһе – Завиякин, икенсеһе – Новикова. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ, ат һарайын таҙартып йөрөйбөҙ. Хәрбиҙәр аттарҙы ҡарарға килде. Тәүҙә беҙҙең яҡҡа табан атлап, Новикова тигәне минең ҡулдарымды тотоп ҡараны ла: “Өшөгәнһең бит”, – тине. Улар аҫтарына бер иҫке шинель һалып йөрөй ине. Новикова, Завиякинға ҡарап: “Товарищ капитан, отдай им шинель, пусть варежки сошьют”, – тигәс, тегеһе шинель килтереп бирҙе.

Өйгә шинель күтәреп ҡайтҡас, әсәйем ҡыуанып китте. Ул заманда аяҡҡа тула ойоҡ менән сабата кейә инек. Тула ойоҡто һарыҡ йөнөнән ҡатын-ҡыҙҙар баҫты. Урыҫтар ҡышын быйма кейеп йөрөнө. Әсәйем шинелдең итәк осонан барыбыҙға ла бейәләй текте. Өҫкө яғын Миңлеғәле ағайым өҫтөнә шул көйөнсә генә кейеп йөрөнө.

Аттарҙы тағы килеп алдылар. Сәхәү бабай менән Нәғим бабай тамға һалғандан һуң, уларҙы Ғафури районына илтеп тапшырҙылар. Аҙаҡ айғырҙарҙы һуғышҡа оҙатҡандарын ишеттек. Яраланған һалдаттар берәм-берәм ҡайта башланы: ауыр йәрәхәт алған Барый Әбдрәхим улы Фәткуллин, бер ҡулын терһәгенән өҙҙөргән Абдрахман ағай.

Ашарға бер ни ҡалманы. Һуңғы бәрәңгене кисә ашап бөттөк. Ике йәшлек һеңлем Хәнә илай. Әсәйемдең бер туғаны Миңзифа инәйем килеп керҙе. Хәлдәрҙе һорашҡас, йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тирә -яҡты байҡап сыҡты. Ҡарашы ишеккә төбәлде. “Хәҙер үк ишеккә ҡағылған тиренең йөнөн өтөп ашағыҙ”, – тине ул. Тирене аҡтарып алып, мейескә ҡоро-һары яғып, тирене ашай башланыҡ. Тире ашап, тағы өс-дүрт көн йәшәнек.

Март етте, көн йылынды. Әсәйем, тыштан кереп: “Һыйырҙы нисек тә туйҙырырбыҙ. Улым, һин бесәнде күрше Павловка ауылына илтеп, бәрәңгегә алмаштырып алып ҡайт”, – тине. Урыҫ ауылы беҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡта. Ауылға килеп кереү менән өс-дүрт урыҫ малайы сананы тартып алды, икеһе бесән башына менеп ултырҙы. Шаярып урам буйлап китте тегеләр. Күп тә барманыҡ, бер ҡатын килеп сығып, теге малайҙарҙы ҡыуып ебәрҙе. “Мне продай сено” тигәс “ведро картушки” тинем. Ҡатын: “Иди, согрейся”, – тип өйөнә керетеп ебәрҙе. Өйҙә минең йәштәге бер малай уйнап ултыра, өй мөйөшөнә бәйләнгән бер ҙур ғына быҙау бәрәңге ашап тора. Мин – ас малай, бер бәрәңгене алдым да ашай башланым. Йомро көйө бешкән бәрәңге тәмле булып китте. Тағы бер бәрәңгене ҡабығын да әрсемәй ауыҙға ҡаптым. Теге малай сыҡты ла йүгерҙе. Әсәһенә: “Быҙауҙың бәрәңге­һен хәҙер ашап бөтөрә бит!” – ти, етмәһә. Теге ҡатын килеп кереп, мине өйөнән ҡыуып сығарҙы. Бесән аҙ ғына ҡалғайны. Ҡыуылып сыҡҡас, ҡайҙа барырға белмәй аптырап торғанда, бер ҡапҡа төбөндә ике ҡарттың тәмәке тартҡанын күрҙем. Улар янына барып: “Бесән алмайһығыҙмы?” –  тинем. “Кәрәкмәй бесән. Кем малайы һин?” – тип һораша башланы тегеләр. Мин: “Рахимка малайка”, – тип әйттем. Арыу ғына урыҫса һупалай инем.

Олатайым һал ағыҙырға йөрөгәндә һыуға батып үлә. Атайымдар өс бала етем ҡала. Иң ҙурына, йәғни атайыма, ул саҡта 12 йәш була. Атайым Әбдрәхим ошо ҡарттарҙа ялсы-батрак булып эшләгән. Урыҫ ҡарт, мине йортона алып кереп, әбейенә: “Это сын Рахима”, – тигәс, әбей йүгереп килеп ҡосаҡлап, яратып алды. Бар ғына бесәнде алып ҡалып, сәй эсереп, бер биҙрә бәрәңге биреп ҡайтарып ебәрҙеләр. Тышта теге малайҙар мине көтөп торған. Санаға тейәлеп, ауылды сыҡҡансы оҙатып барҙылар.

Көн йылы, март ҡояшы ҡыҙҙыра. Тау биттәре ҡарҙан әрселә, һыуҙар аға башланы. Тау башынан колхоз сәскән ерҙә ҡалған һирәк кенә туң бәрәңгеләр күренә. Шунда туҡтап, биш-алты дана йыйып алдым. Был бәрәңгеләрҙе күргәс, әсәйем ҡыуанып китте. Балта алып, теге баҫыуға юлландыҡ. Туң ерҙе сапҡылап, йәнә бер биҙрә бәрәңге алып ҡайттыҡ. Төнөн күп итеп ҡар яуған. Башҡа бәрәңге йыйырға барып булманы. “Нимә эшләргә?” – тип аптырап ултырғанда Миңзифа инәй килеп: “Кешеләр, йыла ағасының ҡайырыһын әрсеп, уны ваҡ ҡына итеп турап, мейестә киптереп, килелә төйөп, он яһап ашай икән”, – тине. Беҙ ҙә кеше эшләгәнде эшләнек. Был ризыҡты ашарға Хоҙай ҡушмаһын.

Яҙ ныҡлап йылытып, ҡар иреп бөттө. Беҙ әсәйем менән тағы серек бәрәңге йыябыҙ. Һыйырыбыҙ быҙауланы.

Әкренләп яңы тормошҡа яраҡлаша башланыҡ. Колхозда яҙғы сәсеү эштәре башланды. Беҙ, Павловкаға барып, урыҫтарҙың баҡсаларын ҡаҙып, сәсеп бирәбеҙ. Аҙаҡ үҙебеҙҙекен сәсәбеҙ. Һуң сәселгән бәрәңге үҫеп өлгөрмәй, уңышы аҙ була.

1943 йылдың йәйендә бесән өлгөргәс, йәш егет-ҡыҙҙарҙы бесән әҙерләргә тип, Алатау яланына ебәрҙеләр. 50 сутый нормаңды сапһаң, 500 грамм он бирәләр. Тырышып бесән әҙерләйбеҙ. Бер көн шулай эшләп йөрөгәндә, беҙҙең хужа Сирай бабай килде лә: “Минең улым Фәрхетдин һуғышҡа китте. Һин, улым, уның урынына колхоз тайҙарын көт инде”, – тине. Ҡыуанып риза булдым. Фәрхетдин ағай менән ағайым Миңлеғәли колхоз тайҙарын көтә ине. Әлеге лә баяғы шул ашау хаҡына йөрөйбөҙ. Икебеҙ көнөнә дүрт килограмм он алабыҙ. Самаһын белеп кенә ашайбыҙ, күпселек осраҡта үлән менән мөрхәтһенәбеҙ. Ондо ауылға әсәйемә алып ҡайтып бирәбеҙ. Тай көтөүе күңелле.

Көҙ етте, ҡар яуа башланы. Беҙ Алатауҙа ҡышларға ҡалдыҡ. Миңә 13 йәш тулды. Фәрхетдин ағайымдан хат килеп тора. Уларҙы үҙем уҡыйым. Сталинград фронтында һуғышҡаны, иҫән йөрөүе хаҡында яҙа ине. Бер көн Сирай бабай илап ҡайтып керҙе: Фәрхетдин ағайымдың үле хәбәре килгән. Сирай бабай менән Шәмсебаныу инәйҙең берҙән-бер улы һуғыш яланында ятып ҡалған.

Бына, ниһайәт, тағы яҙ етте. Миңлеғәли ағайым менән тайҙарҙы яланға көтөргә алып сыҡтыҡ. Алатауҙа йәйҙе үткәрҙек, малдарҙы ауылға алып ҡайттыҡ.

Күп тә үтмәне, Миңлеғәли ағайымды әрме хеҙмәте үтергә Ҡытайға алып киттеләр. Нәғим бабай, уның улы Зәки менән тай көтәбеҙ. Йәй көнө тамаҡ аҫрау еңелерәккә төшә. Ер еләге, ҡурай еләге, ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған – барыһын да йыябыҙ.

 Гәзиттәрҙә ҡыуаныслы хәбәр яҙалар. Сталинградта фельдмаршал Паулюс үҙенең 6-сы армияһы менән әсирлеккә эләккән, 94 мең һалдат, 23 генерал ҡулға алынған.

Серек бәрәңгене 1945 йылда ла ашаныҡ. 1946 йылда тормош ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Магазиндар асылып, һатыуға әйберҙәр килә башланы...

 


Абдрахман МИҺРАНОВ

Ишембай районы,

Көҙән ауылы.

Читайте нас: