Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
16 Ноябрь 2022, 13:45

Ер тураһында һорауығыҙҙы бирегеҙ

Бөгөн Күп функциялы үҙәк (МФЦ) тура эфир үткәрә.

Ер тураһында һорауығыҙҙы бирегеҙ
Ер тураһында һорауығыҙҙы бирегеҙ

Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге бөгөн 16:30 сәғәттә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми аккаунтында «Башҡортостан Республикаһы милкендә булған йәки дәүләт милке аныҡланмаған ер участкаларын ҡуртымға биреү» темаһына тура эфир үткәрә.

Күп функциялы үҙәк белгесе тура эфир барышында ҡатнашыусыларға БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының күп функциялы үҙәк офистарында алырға мөмкин булған хеҙмәттәре тураһында һөйләйәсәк һәм кәрәкле документтар тураһында мәғлүмәт бирәсәк.

Тура эфир ер участкаларын бүлеү һәм уларҙы ҡуртымға алыуҙы рәсмиләштереү менән бәйле йыш осраған һорауҙарға яуап биреү өсөн уҙғарыла.

Фото https://vk.com/mfcbashkortostan

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: