Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
29 Декабрь 2022, 09:00

“ЙЫЛ ҠАЙТЫУЫ”: "Үлемһеҙ полк"

“Үлемһеҙ полк” ҡабат сафҡа баҫты.

“ЙЫЛ ҠАЙТЫУЫ”: "Үлемһеҙ полк"
“ЙЫЛ ҠАЙТЫУЫ”: "Үлемһеҙ полк"

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тарих төпкөлөндә ҡалһа ла,  еңеү яулаған һалдаттарҙың батырлығын яҡташтары онотмай. 9 Май – Еңеү байрамында, һуғыш батырҙары – олатайҙарыбыҙҙың  фоторәсемдәрен тотоп “Үлемһеҙ полк” булып  урамдарҙан үтеүебеҙ һуңғы йылдарҙа изге йолаға әүерелде. Коронавирус таралыуы ғына был сараны  бер аҙға кисектереп торғайны. Быйыл иһә ул йәнә үҙ асылына ҡайтты, ғәҙәти хәлдә ойошторолдо.  

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙ халҡы Еңеүгә тос өлөшөн индерҙе. Башҡортостандан  700 меңдән ашыу кеше фронтҡа китһә, уларҙың 322 меңе яу яландарынан ҡайта алманы. Республикабыҙҙан 200 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Уларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы булып китте,  осоусы-штурмовик Муса Гәрәев ике тапҡыр был исемгә лайыҡ булды. Дан орденының тулы кавалерҙарының һаны -  40-ҡа яҡын.

Бөйөк Ватан һуғышында тыуған ере  өсөн ғүмерен бирергә әҙер булған һәр яугиргә йәш быуындың тәрән ихтирам билдәһе ул – “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыу.

Быйыл Өфөлә “Үлемһеҙ полк” акцияһы Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы көнөндә етенсе тапҡыр ойошторолдо.  

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  үҙенең олатаһының портретын тотоп колоннала үтеүе лә барлыҡ яҡташтарыбыҙға матур өлгө булды, тыуған иле өсөн үҙен аямай һуғышҡан яугирҙарға хөрмәтте сағылдырҙы.

- “Үлемһеҙ полк” – ул атай-олатайҙарыбыҙға ихтирам, еңеү яулап киләсәгебеҙҙе хәстәрләгәндәргә рәхмәт билдәһе. Бындай саралар – үҙебеҙҙең бер ҙур ғаилә, ҙур ил икәнлегебеҙҙе күрһәтеү, берләшеү мөмкинлеге лә. Бөгөн “Үлемһеҙ полк” һәр муниципалитетта үтә, хатта бәләкәй генә ауылдарҙа  ла ойошторолдо. Сөнки, ысынлап та, был байрам дөйөм халыҡтыҡына әүерелде,” – тине Башҡортостан Башлығы был сараның мөһимлеген билдәләп.

Өфөлә “Үлемһеҙ полк” тантаналы рәүештә  Октябрь проспекты буйлап Галле ҡалаһы исемендәге урам киҫелешенән алып Кольская урамына тиклем барҙы. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.  

Башҡортостанда  “Үлемһеҙ полк” акцияһы 2014 йылдан алып уҙғарылып килә. 2020 һәм 2021 йылдарҙа пандемия арҡаһында акция дистанцион рәүештә ойошторолдо.

“Үлемһеҙ полк” акцияһы – артабан да быуындан-быуынға тапшырыла торған изге башланғыс.

Фото: Башинформ.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: