Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Февраль 2023, 10:16

“Өләсәйем Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан”

Үҙе теләп фронтҡа китә.

Быйыл Ленинград блокадаһы тамамланыуға 79 йыл тулды. 27 ғинуар Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып, 900 көн дауамында, Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ, сыҙамлыҡ күрһәтеп йәшәй һәм Нева йылғаһы буйындағы ҡаланы дошманға бирмәй. 

Ленинградты дошмандан һаҡлауға Баш­ҡорт­остан халҡы ла тос өлөш индерә. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Разия Минәхмәт ҡыҙы Бүләкова-Ҡолһарина ла булған.

Ейәнсәре – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина уның тураһында фекерҙәрен уртаҡлашты.

– Өләсәйем Разия Минәхмәт ҡыҙы Бүләкова-Ҡолһарина Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында тыуған. Ата-әсәһе иртә вафат була. Ҡустыһы Мөхәррәмде балалар йортона урынлаштырғас, үҙе теләп райондан башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә Ленинград өлкәһенә юллана. Улар Бөйөк Ватан һуғы­шында Ленинград күген дошман авиацияһы һөжүменән һаҡлай. 16-17 йәшлек ҡыҙҙар һуңынан, блокаданы өҙгәндән һуң, ҡаланы төҙөкләндереү эшендә лә ярҙам итә.

Һуғыштан һуң Разия Табылды ауылына, әсәһе яғынан туған тейешле Саҙиҡа апаһына ҡайта, сөнки тыуған ауылында яҡын туғандары ҡалмай – ҡайһыһы аслыҡтан, күбеһе һуғышта һәләк булалар.

Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалған яугир ҡыҙҙы Түбәнге Аллағыуат ауылынан яңы ғына фронттан ҡайтҡан олатайым Хөснулла Рәхмәтулла улы Ҡолһаринға һораталар. Улар туғыҙ балаға ғүмер бирә. Балаларының икәүһе бәләкәй саҡта вафат була, етәүһенә белем биреп, оло тормош юлына сығаралар.

Ябай, һәйбәт һәм аҡыллы кеше булды өләсәйем. Бешергән ҡамыр ризыҡтарын, һалған икмәген һағынып иҫкә алам – бигерәк тәмле була ине. Ҡомалаҡты, балан, бөрлөгәнде бергәләп Ашҡаҙар буйындағы туғайлыҡтан йыя торғайныҡ. Ғүмере буйы колхоз эшендә фиҙакәрлек күрһәтте, – тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

...Ленинград блокадаһы  – Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң ҡанлы биттәрҙең береһе. 872 көн дауамында ҡамауҙа торған ҡала ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен дауам итә, еңеү һәм йәшәү өсөн көрәшә.

1941 йылдың 8 сентябрендә немец, фин һәм испан ғәскәрҙәре, Төньяҡ Африка, Европа һәм Италия хәрби-диңгеҙ көстәре берләшеп, Ленинградты ҡамауға ала. Дошмандың көслө ба­ҫымы аҫтында ҡалған ҡала тамуҡ эсендә йәшәй.

1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғы­шында блокадалағы Ленинградты һаҡлау­сылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указына ярашлы, Ленинградҡа “Герой-ҡала” исеме бирелә. Хәҙер 27 ғинуар Рәсәйҙең Хәрби дан көнө – Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһын­са азат итеү көнө илебеҙҙә киң билдәләнә, сәскә һалыуҙар, осрашыуҙар уҙа, “Блокада икмәге” акцияһы ойошторола.

Шанлы йылдарҙа совет халҡы күрһәткән батырлыҡ илебеҙ тарихына мәңге онотол­маҫлыҡ булып яҙылды. Ошо хаҡта түбәндәге һандар һөйләй:

l Ленинградты ҡамау 872 көн дауам итә.

l Ҡамауҙа ҡалған ҡалала 2484 500 кеше була.

l Блокадала 850 000 кеше һәләк була.

l Ленинградҡа 107 мең яндырғыс һәм фугас бомбаһы ташлана.

l Ҡала халҡы 35 километр оҙонлоғонда бар­рикада һәм танкыға ҡаршы ҡаршылыҡтар төҙөй.

l Ҡыҙыл Армияның 19 мең һалдаты һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә; 12 офицерға СССР Геройы исеме бирелә.

 

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: