Баҡалы районының Туҡтағол ауылында тыуып, әле лә шунда ғүмер иткән Сәхиә Бәҙретдинова 100 йәшлек юбилейын билдәләй, тип белдерә "Башинформ".
Сәхиә Зиннәтулла ҡыҙы бик иртә хеҙмәт юлын башлай, 4-се кластан алып колхоз эшендә тир түгә, баҫыуҙа, фермала ярҙам итә. Эшкә талымһыҙ була ҡатын. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Иҫке Ҡорос ауылында ярты йыллыҡ тракторсылар курсында уҡып ала һәм һуғыш йылдарында ауыр техникала эшләй.
Илебеҙгә тыныс көндәр килгәс, яуҙы үткән Зәйнетдин Әхиәретдин улы менән тормош ҡоралар. Икәүләп биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Әле Сәхиә Зиннәтулла ҡыҙы бер быуатлыҡ юбилейын 13 ейәне, 16 бүләһе уратымында ҡаршылай. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа инәйҙе оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Фото "Башинформ".