Бының өсөн 200 миллилитр кефир, 200 грамм он, 200 грамм шәкәр, 40 грамм какао, бер йомортҡа, үҫемлек майы, сода кәрәк.
Крем өсөн: 250 грамм ҡуйы һөт (сгущенка), 400 грамм ҡаймаҡ алына.
Әҙерләүе еп-еңел.
Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ. Кефир, үҫемлек майы, сода, он, какао ҡушып һәйбәтләт бутайбыҙ.
Шунан форманы аҡ май менән майлап ҡамыр ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем эҫетеп, 35 минут бешерәбеҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Ҡаймаҡ менән ҡуйы һөттө бергә туҡып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Бешкән бисквитты һыуытып өс коржикка киҫәбеҙ. Һәр береһен крем менән буяп өҫтөнә ваҡланған онтаҡтарын һибеп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Әҙер тортты емеш-еләк менән биҙәргә мөмкин.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото:klublady.ru