Магазин кәштәләрендә ҡатып ятҡан кәнфит-шоколад урынына өйҙә үҙебеҙ әҙерләгәне мең яҡшы.
"Коровка" шоколадын элек һәр бер өйҙә яһай торғайнылар. Хәҙер ул онотолоп ҡалған. Әйҙәгеҙ, бала саҡ тәмен биргән тәмлекәсте үҙебеҙ әҙерләйек.
Уны әҙерләүҙең бер ниндәй ҡатмарлығы юҡ.
Алты ҡалаҡ шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ какао, 100 грамм аҡ май, ике стакан һөт, өс йомортҡа кәрәк булыр.
Әҙерләү:
Булған аҙыҡтарҙы бергә бутап, талғын утта 20 минут тирәһе ҡайнатабыҙ ҙа формаларға ҡоябыҙ. Һыуынғас, кәнфитте порцияларға бүләбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: mirtesen.ru