Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
17 Март 2023, 20:50

Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре яҡшы иҫәптә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы командаһы марафондың лидеры тип билдәләнде.

Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре яҡшы иҫәптә
Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәре яҡшы иҫәптә

Санкт-Петербургта үткән VII Халыҡ-ара хеҙмәт форумы барышында Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы командаһы клиенттар менән яҡшы эш итеү буйынса үткәрелгән «ТОП-5 кәңәштәр: нисек итеп...» тигән марафондың лидеры тип билдәләнде.

Марафонды Мәшғүллек өлкәһендә компетенцияларҙың федераль үҙәге үткәрҙе, ул Рәсәй Хеҙмәт министрлығының илдә мәшғүллек хеҙмәтен модернизациялау буйынса операторы булып тора. Биш ай буйы Рәсәйҙең 28 субъектындағы мәшғүллек үҙәктәре белгестәре эштә осраған ғәҙәти булмаған хәлдәр буйынса фекер алышты, уларҙы хәл итеү варианттарын тәҡдим итте.

- Был марафонда 21 кейс эшләнде, ундағы һәр осраҡ ниндәйҙер ғәҙәти булмаған хәл булып тора: мәҫәлән, потенциаль эш биреүсенең ҡылығы арҡаһында конфликтҡа йәлеп ителгән хеҙмәткәргә үҙен нисек тоторға; оҙайлы ваҡыт эшһеҙ булған кешене нисек дәртләндерергә йәки психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған клиентты ҡабул иткәндә үҙеңде нисек тоторға. Мәшғүллек үҙәктәре белгестәре 1520 кәңәш әҙерләгән, уларҙы бөтә ил буйынса таратыу күҙ уңында тотола. Был, әлбиттә, мәшғүллек хеҙмәте эшсәндәренең клиентҡа ҡарата яҡшы мөғәмәләһен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, - тип билдәләне Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Форум барышында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Е. Мухтиярова мәшғүллек өлкәһендә II Бөтә Рәсәй конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Беренсе конкурс призерҙары иҫәбендә Башҡортостан вәкиле бар ҙа инде - Өфөнөң Орджоникидзе районы мәшғүллек үҙәгенең баш инспекторы Елена Рассказова "Карьера консультанты" категорияһында 3-сө урын алғайны.

Быйыл "Мәшғүллек үҙәгенең иң яҡшы белгесе" номинацияһында яңы категория - "Профессия консультанты" барлыҡҡа килә.
 
Шуны ла билдәләп үтер кәрәк: 2023 йылда Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәте «Мәшғүллек үҙәктәренең клиент-үҙәклек индексы» тигән ИT-модулде һынауға ҡушылды.

Бындай рейтинг эшкә урынлаштырыу күрһәткестәрен генә түгел, үҙәктәр күрһәткән хеҙмәтләндереү сифатын да яҡшыртырға тейеш.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: