Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Март , 15:30

Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде

Ҡырым һәр саҡ Рәсәйҙеке булды, совет заманында ла.

Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде
Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде

18 мартта Ҡырым Республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының Рәсәйгә ҡушылыуына туғыҙ йыл тула, уға тиклем улар Украинаға ҡарай ине. Ул дәүләт-ара килешеү менән нығытыла. Ошо хаҡта Өфө фән һәм технология университетының кафедра мөдире, Рәсәй тарихи ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәмил РӘХИМОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Рәмил Нәсибулла улы, илебеҙ 18 мартта Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуын билдәләй. Хәҙер йышыраҡ “ҡушылыуы” тип түгел, ә “ҡайтыуы” тип һөйләйҙәр. Был ғәҙелме?

– Әлбиттә, был дөрөҫ, сөнки Ҡырым ғүмер буйы Рәсәйҙең бер өлөшө булды. Ул Рәсәйгә XVIII быуат аҙағында ингән. Рустарҙың был ерҙәрҙә барлыҡҡа килеүенә уның урындағы халҡының йоғонтоһо бар. Был биләмәләрҙә династиялар көрәше башлана һәм уның һөҙөмтәһендә грек һәм әрмән кеүек христиан халыҡтарының юҡҡа сығыу ҡурҡынысы тыуа. Шуға ла Ҡырым бейҙәре һорауы буйынса унда ғәскәрҙәр оҙатыла, шул иҫәптән Суворов командалығы аҫтында. Ҡырымды яҡлау өсөн әлеге Севастополь урынында батареялар ҡуйыла. Суворов ҙур сыуалыш булырын аңлағас, христиан халҡын йәйәү бынан алып сыға. Шул саҡта ғауға туҡтатыла, Ҡырым үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушыла. Был Екатерина батшалығы ваҡытында була. Шулай итеп, Рәсәйҙең Таврическая губернаһына әйләнә. Губернатор Дмитрий Мертваго була. Уның яҙмалары буйынса, Рәсәйҙә мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты барлыҡҡа килгән.

Ҡырым һәр саҡ Рәсәйҙеке булды, совет заманында ла. Революция, Граждандар һуғышы ваҡытында Ҡырым Республикаһы төҙөлә. 50 йылдар аҙағында Никита Хрущев Украинаның Рәсәйгә ҡушылыуын байрам итәбеҙ тип иҫәпләп, “батшалар бүләге” итеп Ҡырымды Украинаға биргән.

Ҡырымда ул Украина составында саҡта булдым. Шул ваҡытта уның етәкселәре: “Ҡырым беҙҙеке, әммә унда күпселек рустар йәшәй. Уны үҫтереүгә аҡса һалмаясаҡбыҙ, ул беҙҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай”, – тип әйтә ине. Ысынлап та уның үҫешенә бер тин дә һалманылар. 2014 йылдағы хәлдән һуң улар Ҡырым Украинаныҡы булғанын иҫенә төшөрҙө.

Ысынында иһә - Ҡырым беҙгә ҡайтты. Мин унда йыл һайын булам, төрлө урындарында, ҡалаларында. Беҙҙең шефлыҡтағы Белогорск районында ла, Севастополь һәм башҡа ҡалаларҙа булам. Элек унда ҡот осҡос күренеш булһа, бөгөн бөтөнләй икенсе – матур биләмә, яҡшы юлдар, ремонт эшләнә, төҙөлөштәр бара, халыҡ ҡәнәғәт. Бөтәһе лә яҡшы.

– Ҡырым өсөн Рәсәйгә ҡушылыуҙа нимә мөһим? Һеҙ инфраструктура яҡшырҙы тип әйтәһегеҙ...

– Дөрөҫмө-юҡмы, әллә беҙ ниндәйҙер килешеүҙәрҙе боҙабыҙмы, тигән һорауҙар, бәхәстәр күп булды. Килешеүҙе бер кем дә боҙманы. Референдум булды. Мин унда барып, ябай төрлө милләт кешеләре менән аралаштым – Ҡырым татарҙары, унда йәшәгән украиндар, рустар һәм башҡалар. “Әлбиттә, референдум ғәҙел булды. Беҙ шуны теләнек”, – тинеләр. Киев та халыҡтың 98-99 процент Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирәсәген аңланы, белде. Шулай булды ла. Халыҡ ҡәнәғәт. Әле Донбасста барған хәлдәрҙе күреп, улар үҙҙәренең ниндәй ҡурҡыныстан ҡотҡарылғандарын аңлай һәм Ҡырымдың яҙмышы шулай хәл ителгәнгә ҡыуана. Уның халҡы бик ҡәнәғәт.

– Ә Рәсәй өсөн?

– Беренсенән, Рәсәй өсөн хәрби-диңгеҙ базаһы мәсьәләһе хәл ителде. Аңларға кәрәк, беҙҙең тормошта хәрби көс мөһим роль уйнай. Әгәр ҙә беҙ унда булмаһаҡ, башҡа илдәрҙең диңгеҙ базалары торор ине. Һәм был беҙҙең илгә туранан-тура хәүеф янауын аңлата. Әйтергә кәрәк, ҡурҡыныс ҡоралды йәлеп иткән бик етди хәүеф.

Икенсенән, Ҡырым - беҙҙең өсөн иҡтисади йәһәттән ҙур терәк. Был виноградлыҡтар, аҙыҡ-түлекте үҫтереү, балыҡ сығанаҡтары, яҡшы шифаханалар, унда һауа ла файҙалы, бигерәк тә туберкулез менән ауырығандар өсөн.

Әлбиттә, Ҡырым ул – кешеләр. Рәсәй составына ингән халыҡ, хеҙмәт һәм аҡыл сығанағы. Илдең төп байлығы – ул кешеләр. Һәм улар беҙҙең менән бергә.

– Дивиденттар алыр өсөн тәүҙә был төбәккә аҡса һалырға кәрәк...

–  Күп аҡса һалынды, улар үҙләштерелгән. Хәҙер юлдар һәйбәт, инфраструктура үҫешә. Бөгөн унда төп мәсьәлә – таҙартыу ҡоролмалары, сөнки Украина уларҙы эшләмәгән, ҡалаларҙа таҙартыу системаһы юҡ, бөтә бысраҡ диңгеҙгә түгелгән. Был дөрөҫ түгел, ул эсәк инфекцияһы һәм башҡа хәүеф тыуҙыра. Әле һыу менән тәьмин итеү хәл ителгән. Электр энергияһын хәл итеү өсөн йылылыҡ электр станцияһы төҙөлдө. Ике мәсьәлә хәл ителде, хәҙер таҙартыу ҡоролмалары ҡуйыу бурысы тора. Уның өҫтөндә лә эш алып барыла.

– Ҡырымдан һуң былтыр Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре ҡушылды. Был - ваҡиғалар бырышы өсөн тәбиғи күренешме?

– Бөтәһе лә ошоға бара, шулай булырға тейеш ине, сөнки был биләмәләр бер ваҡытта ла Украина ере булмаған, ә уҙған быуаттың 20-се йылдарында ғына уны ҡушҡандар, Украина Совет Республикаһын һәм Украина коммунистар партияһын төҙөү маҡсатында. Һөҙөмтәлә совет милләтселәрен булдыралар, шуға ла 30-сы йылдарҙа был тәжрибәнән баш тартҡандар. Әле әйткән бөтә был биләмәләр, мәҫәлән, Донецк өлкәһе, өлөшләтә Донецк казак ғәскәрҙәренә һәм Рәсәй империяһына ҡараған. Херсон губернаһы ла Рәсәйҙеке була. Харьковтың өлөшө – Слободская Украинаның өлөшө, унда ла украиндар бик әҙ йәшәй. Мәҫәлән, Луганскиҙа төрөктәрҙән ҡасҡан сербтар, венгрҙар, гректар йәшәгән. Унда төрлө милләттәр йәшәй, шуға ла улар һәр саҡ Рәсәйгә һәм уның мәҙәниәтенә ынтыла.

– Тарихи ғәҙеллек тергеҙелде. Ул заманса булып үҙгәрерме?

– Тарихты төҙәтеп булмай, беҙ үткән менән генә йәшәргә тейеш түгелбеҙ. Уны иҫләргә һәм һабаҡтарынан фәһем алырға тейешбеҙ. Әлбиттә, үткәнде хәтерҙә һаҡларға бурыслыбыҙ. Бөгөн уларға үҙҙәренсә йәшәү мөмкинлеге бирелә. Барлыҡ яуызлыҡ Киевҡа “украин теле һәм мәҙәниәте генә буласаҡ, рус теленә урын юҡ” тип фекер йөрөткән кешеләр килгәс башланды, ә халыҡ  баш күтәрҙе. Тәүҙән үк ошоға бәйле килеп сыҡты был хәл, әлеге хәрби бәрелештәр ҙә. Кешеләр нисек бар шулай һаҡланып ҡалһын өсөн ошо аҙымға барҙыҡ. Луганскиҙа, Донецкиҙа булдым, ундағы халыҡ менән аралаштым. Улар: “Беҙҙең үҙ тормошобоҙ менән йәшәгебеҙ килә, ә улар беҙҙе кешегә һанаманы”, – ти. Беҙгә тартылған кешеләргә ниңә ярҙам итмәҫкә? “Һеҙһеҙ улар беҙҙе үлтерәсәк, беҙ ҡайҙа барырға тейеш?”, тиҙәр бит.

Һигеҙ йыл түҙҙек, этник таҙартыу ойошторорға, милли оҡшашлыҡты юғалтырға теләгәндәрен аңланыҡ. Быны бер ваҡытта ла эшләргә ярамай. Кешеләр үҙҙәрен нисек күрергә теләй, шулай булырға тейеш. Беҙ кешелектең ғәҙеллеге өсөн баҫтыҡ.

– Һәм был һәр ваҡытта ла мөһим булып ҡала...

– Эйе, бөтә ил быны яҡшы аңлай. Һәм кемдәр майға ут төртә, улар ҙа яҡшы белә, әммә улар Украина мәнфәғәтенән сығыш яһамай, үҙҙәренең проблемаһын хәл итә. Ә беҙ Украина мәсьәләһен хәл итәбеҙ, беҙ уларҙы һуғышҡа саҡырмайбыҙ, ә кешеләрҙе үлтереүҙе туҡтатыуҙарын һорайбыҙ.  

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в