18 мартта Рәсәй Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеү көнөн билдәләй. Нәҡ ошо көндө 2014 йылда Ҡырым (Ҡырым ярымутрауында урынлашҡан һәм элек Украина составына ингән Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы менән Ҡырым ярымутрауы территориялары) рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы составына инә.
Был биләмәләрҙең Рәсәйгә кире ҡайтыуы 2014 йылдың 18 мартында Мәскәүҙәге Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Рәсәй һәм Ҡырым Республикаһы башлыҡтары ҡул ҡуйған дәүләт-ара килешеү менән нығытыла. Был документҡа ярашлы, Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы Рәсәй Федерацияһына ҡабул ителеп кенә ҡалмай, уның яңы субъекттары ла булып китә.
18 мартта “Родина” кинотеатрында Илһөйәрлек кино клубы сиктәрендә режиссер Сергей Урсуляктың "Праведник" фильмы күрһәтеләсәк. Ул 12:00 сәғәттә башлана. Ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн бушлай күрһәтеләсәк.
“Праведник” хәрби драмаһы Благовещен районында тыуып үҫкән Николай Киселевтың үлемһеҙ батырлығы тураһында һөйләй.
Николай Киселев Богородское (Сергеевка) ауылынан уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Ленинградҡа юллана, ә инде 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә.
1942 йылда совет партизаны Николай Киселев 218-ҙән ашыу йәһүдте оккупацияланған Белоруссия биләмәһенән сығара. Яңы нәфис фильмдың нигеҙен совет йәһүдтәрен ҡотҡарыу операцияһы тәшкил итә: Николай Киселёв бер ҡасан да һуғыш геройы булырға хыялланмай. Әммә шундай атҡарып булмаҫтай бурысты иңенә ала, үҙе лә иҫән ҡала һәм йөҙҙәрсә кешене язанан ҡотҡара.
Николай Киселев етәкселегендәге биш партизан отряды немецтар эҙәрлекләгән һәм аслыҡтан яфаланған кешеләрҙе урман аша, 1500 километр юл үтеп, алып сыға. Николай Киселев исеме хәтер баҡсаһындағы почет стенаһына яҙылған, ул ҡотҡарған кешеләрҙең вариҫтары йыл һайын Тель-Авивта уны иҫкә алырға йыйыла. Башҡортостанда, Благовещен ҡалаһында легендар Николай Киселевҡа һәйкәл ҡуйылған һәм парк булдырылған, Мәскәүҙә Яңы Арбатта герой исемендәге сквер асылған.
“Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының сәйәси фильм лабораторияһы” проекты етәксеһе Сергей Николаевич Лаврентьев фильм тураһындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Был фильм фашизмдың асылы сикһеҙ яуызлыҡ икәнлеген күрһәтә”.
Төп ролдәрҙе Рәсәйҙең билдәле театр һәм кино актерҙары Александр Яценко, Сергей Маковецкий, Федор Добронравов, Евгений Ткачук, Юлия Витрук, Любовь Константинова, Константин Хабенский башҡарған.
Фото: culture.bashkortostan.ru