Бөгөн,18 мартта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Асҡар үҙәк район дауаханаһының дежур табибынан тәне бешкән 2012 йылғы баланы дауаханаға килтереүҙәре тураһында хәбәр алына.
«Янғын һүндереүселәр саҡырылмаған.Тәне бешеүҙең сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, атап әйткәндә, мунса яғыуҙа еңел тоҡанып китеүсе шыйыҡса ҡулланылған - барлыҡҡа килгән ялҡын баланың битенә һуҡҡан», - тип хәбәр иткәндәр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бәхетһеҙ осраҡ буйынса ваҡиғаны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшерә.
Ут менән һаҡ булығыҙ, бигерәк тә мунса яҡҡанда тиҙ тоҡанып китеүсе шыйыҡса ҡулланмағыҙ. Балаларҙан мейес яҡтырмағыҙ!
Фото:orenburg.bezformata.com