Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
19 Март 2023, 13:20

Беҙ барыһына ла әҙер

"Әгәр һеҙҙең өсөн хәл ҡапыл хәүефлегә әйләнһә һәм эвакуациялау кәрәклеге килеп тыуһа, быға ҡаршы булмағыҙ. Ғүмерҙән дә, һаулыҡтан да мөһимерәк нәмә юҡ".

Беҙ барыһына ла әҙер
Беҙ барыһына ла әҙер

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә мөһим тема күтәрҙе. Ул – яҙғы ташҡын.

“Республикаға тотороҡло йылы һауа килә, уның менән бергә яҙғы ташҡын да яҡынлаша.

Быйыл ташҡындың ниндәй буласағын әйтеүе ауыр – синоптиктарҙан 25 мартҡа аныҡ фараздар көтәбеҙ. Ваҡиғалар үҫешенең теләһә ниндәй йүнәлешенә әҙер булырға тейешбеҙ, шуға күрә республика хеҙмәттәре күптән әҙер. Ташҡынды үткәреү буйынса сараларға республика бюджетынан 6 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Беҙҙең бурыс – кире эҙемтәләр ихтималлығын кәметеү һәм алдан күреп эш итеү.

Ярҙарҙы нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу, гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса бер нисә эште былтыр уҡ башҡарҙыҡ.

Әле ашығыс хеҙмәттәр хәлде даими күҙәтә һәм иҫкәртеү сараларын күрә, кәрәк булғанда шартлатыу эштәре алып бара. 15 меңдән ашыу кеше, 3 меңдән күберәк техника һәм 173 йөҙөү сараһы әҙер. 57 автоматик гидромониторинг посы йәлеп ителгән, халыҡҡа хәбәр итеү системалары, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Барыһы ла һыу баҫыу зонаһында йәшәүсе граждандарыбыҙға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген аңлай.

Тағы ла бер нәмә әйткем килә. Зинһар өсөн, һаҡ булығыҙ, мөмкин булғанса һыу ятҡылыҡтарына сыҡмағыҙ. Яҙғы боҙ бик мәкерле, үҙеңде хәүеф аҫтына ҡуйырға ярамай.

Хәүеф зонаһында йәшәгән республика халҡына айырым мөрәжәғәт итәм. Әгәр һеҙҙең өсөн хәл ҡапыл хәүефлегә әйләнһә һәм эвакуациялау кәрәклеге килеп тыуһа, быға ҡаршы булмағыҙ. Ғүмерҙән дә, һаулыҡтан да мөһимерәк нәмә юҡ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: