Ошо ай башында Миәкә үҙәк район дауаханаһына ашығыс ярҙам машинаһы менән шок хәлендәге ҡатын килтерелә. Республика клиник перинаталь үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пациентта балаятҡынан ситтә йөклөлөк осрағын һәм ҡорһаҡ эсендә ҡан китеүен асыҡлағандар.
Уны ашығыс рәүештә операция бүлмәһенә алғандар һәм республика клиник перинаталь үҙәгенең акушерлыҡ консультация бүлексәһенә иҫәпкә ҡуйғандар. Шул уҡ ваҡытта ашығыс рәүештә акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов һәм табип-анестезиолог-реаниматолог Азат Хәмитов составында санитар авиация бригадаһы ойошторолған.
“Бындай ашығыс сәфәрҙәр өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һәр ваҡыт әҙер – юғары класлы ультратауыш аппараты, лаборатория күрһәткестәре өсөн экспресс-анализатор, ҡан туҡтатыусы препараттар, – тип аңлаттылар медицина учреждениеһында. – Пациенттың хәле ҡыл өҫтөндә булыуын иҫәпкә алып, бригаданың килгәнен көтмәйенсә операция башларға ҡарар ителде. Миәкә районы табиптарының берҙәм, оператив эшләүе арҡаһында ҡан ағыуы туҡтатылды. Юғалтылған ҡан күләме ҙур, өс литрҙан ашыу – был бөтә кеше ҡанының яртыһы тиерлек”.
Санитар авиация бригадаһы килгәс, дауалау терапияһы үҙгәртелә, ҡан компоненттарын индереү башлана. Ҡатындың хәл-торошо тотороҡланғас, уны перинаталь үҙәккә күсереү өсөн әҙерләйҙәр. Санитар авиация вертолетына заявка бирелә. Тәбиғәт шарттарының ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, пациентты авиация транспорты ярҙамында илтәләр. Күп ҡан юғалтҡанға күрә, ауырыуҙың хәле ауыр була. Акушер-гинеколог Динар Ғабдрахманов һәм табип-анестезиолог-реаниматолог Лилиә Ғилманова уны оҙатып бара. Осош барышында ауырыуҙың йәшәү функциялары торошо өҙлөкһөҙ күҙәтеү аҫтында була. Барып еткәс, табиптар бригадаһын ҡаршылаған санитар авиация машинаһы пациентты перинаталь үҙәккә илтә. Артабан дауалау һәм күҙәтеү өсөн ҡатынды реанимация бүлексәһенә урынлаштыралар. Юл ауырлығын ул яҡшы үткәрә, хәҙерге ваҡытта үҙен яҡшы тоя, ти табиптар.
Республикалағы бөтә медицина хеҙмәттәренең аңлашып, тиҙ һәм берҙәм эшләүе арҡаһында тағы бер ғүмер һаҡлап ҡалынды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.