Көн тәртибендә - илебеҙ йәмғиәтенең тышҡы деструктив мәғлүмәт һәм идеологик йоғонтоға ҡаршы тороу, тарихи хәтерҙе һәм традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, шулай уҡ мәғлүмәт киңлегендә Рәсәй суверенитетын нығытыу.
- Мәсьәләнең көнүҙәклеге Волга буйы федераль округы һәм бөтә ил өсөн асыҡ. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә етди социаль, сәйәси һәм коммуникацион үҙгәртеп ҡороуҙар бара, улар геосәйәси көсөргәнешлек, махсус хәрби операция үткәреү һәм интернет йоғонтоһо артыуы арҡаһында килеп сыға, – тип билдәләне Игорь Комаров.
- Мәғлүмәт өлкәһендә йәштәрҙең аҡылы һәм йөрәге өсөн етди көрәш бара. Был эштең үҙ стратегияһы һәм тактикаһы, үҙ хәйләләре бар. Беҙ башҡа төбәктәр менән ялған мәғлүмәт һәм фейктар таратыуға ҡаршы тороу буйынса тупланған тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаштыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ мәғлүмәтте халҡыбыҙға еткерергә кәрәк. Беҙ уларҙың фекерен һәм борсоған һорауҙарын ишетергә, эшебеҙҙе аңлатырға тырышабыҙ. Улар өсөн һәр ваҡыт тикшерелгән һәм актуаль мәғлүмәт алыу мөмкинлеген тәьмин итеү мөһим.