Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
21 Март 2023, 21:20

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлайҙар

Эштәрҙең 30 проценты эшләнгән дә инде.

Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлайҙар
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлайҙар

Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалығы һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән тура эфир уҙғарҙы.

Унда Өфө ҡалаһы һәм республика халҡын әлеге мәлдә бик борсоған юлдарға бәйле һорауҙар килде. Башлыса һүҙ юлдарҙағы соҡор-саҡырға ремонт барышы хаҡында барҙы. Әлеге мәлдә баш ҡаланың ете районында туғыҙ бригада тәүлек әйләнәһенә соҡорҙарҙы ямай - 30% эштәр тамамланған да инде. Юлда уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында алдан иҫкәртеп, шулай уҡ транспорт аҙыраҡ йөрөгән ваҡытта эшләргә тырышабыҙ, тине Александр Владимирович.

Әгәр юлдарҙа соҡорҙар күрһәгеҙ, ҡала хакимиәтенең сайтына инеп, интерактив картала фото һалырға мөмкин. Эштәрҙең беренсе этабы 1 майға, ә икенсе этабы 12 июнгә тулыһынса тамамланырға тейеш. Шулай уҡ тура эфирҙа юлдарҙағы һыҙыҡтар юйылыуы хаҡында борсолған һорау яңғыраны. Уны һыҙған подрядсы компания кәмселектәрҙе юҡ итәсәк, тип яуапланы етәкселәр. Юлдарҙағы боҙлауыҡтар һәм боҙбармаҡтарҙы алып тороу идарасы компанияларҙың иңендә. Улар менән бәйләнешкә көндә сығабыҙ, эштәр бара, тине Рөстәм Нил улы.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: