4 майҙа Рәсәйҙә "Ярлыҡау" хәрби драмаһы прокатҡа сыға.
Фильмдың нигеҙендә - башҡорт совет әҙәбиәте классигы М.Кәримдең шул уҡ исемдәге повесы. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда үтәсәк.
Сюжет үҙәгендә - 20 йәшлек танкист, сержант Любомир Зухтың тарихы. Егет яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп йәшәгән испан коммунистары ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа уны оҡшата. Йоҡларға ятырға тигән команда булғас та, сержант һөйгәне янына йүгерә: яу алдынан мөһим һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға ашыға ул. Әммә һуғыш осоро закондары буйынса, үҙенең енәйәт ҡылғанын, был аҙымы өсөн үлем язаһына тарттырылыуы ихтимал икәнен башына ла килтермәй...
"Ярлыҡау" - М. Кәримдең ғәйәт шәхсән әҫәре, уны һуғыштан һуң 40 йыл буйы тиерлек күңелендә йөрөтә, - тип һөйләй кинотаҫманың продюсеры, бөйөк әҙиптең ейәне Тимербулат Кәримов. - Мостафа Сафа улы институт эскәмйәһенән һуғышҡа китә, ауыр яралана, әммә ҡабаттан фронтҡа бара, Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның тормошонда ла, ижадында ла тәрән эҙ ҡалдыра, хатта күп йылдар уҙғас та, ул уйҙарында ҡатмарлы һынауҙарға, юғалтыуҙарға дусар иткән шул көндәргә әйләнеп ҡайтыр ине. "Ярлыҡау" - ваҡытҡа буйһонмаған, уникаль әҙәби әҫәр, уны яңыса уҡыу берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ".
Айнур Асҡаров әйтеүенсә, фильмдың төп ваҡиғаһы - яңы хеҙмәткә алынған Любомир Зухтың дезертирлығы. "Драматургия контрапунтҡа ҡоролған: бер яҡта - күңелдең мөхәббәт көҫәүе, икенсеһендә - һуғыш. Беҙ яу яланындағы йәшлек, хистәр һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ менән закондың бәрелеше тураһында һөйләйбеҙ. Был темаларҙың һәр тамашасы күңелендә ауаздашлыҡ табырына шикләнмәйем".
"Был ифрат тәрән тарих, - ти продюсер Дмитрий Фикс. - Авторҙың тормош тәжрибәһе менән ҡуша үрелгән һуғыш тураһындағы хәтирәләре трагик тарихҡа лирик, нескә тойғолар менән һуғарылған яңғыраш бирә. Автор бар геройҙарына ла яратыу һәм йәлләү менән ҡараған, беҙ ҙә был тарихты тамашасы ошоно тойорлоҡ итеп һөйләнек".
Фильмдың продюсерҙары – Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс, улар М. Кәримдең повесы буйынса "Һеңлекәш" фильмын төшөрөүҙә лә ҡатнашты. Режиссеры – Айнур Асҡаров, сценарий авторы - Айҙар Аҡманов.
Төп ролдәр - хәрби дуҫтарҙы Александр Новиков («Пищеблок», «Жиза»), Николай Ғәлләмов («Сердце Пармы», «Сама дура»), Евгений Михеев («Летчик», «Вампиры средней полосы») уйнай. Любомир Зухтың һөйгәнен йәш актриса Йәмилә Мөҙәрисова башҡара. Был - уның тәүге роле.
Актерҙар араһында - тәжрибәле Гела Месхи («1941. Крылья над Берлином», «Летчик»), Юрий Лопарев («Завод», «Калашников»), Александр Бухаров («Ржев», «Лев Яшин. Вратарь моей мечты») һәм Любовь Зайцева («Живой», «Точка»).
Фильмды оператор Андрей Макаров төшөргән («Небо в алмазах», «Реальная сказка», «Елки 2»).
Ҡуйыусы-рәссамы – Вячеслав Виданов («Сестрёнка», «Личная жизнь королевы», «Женщин обижать не рекомендуется», «Берёзка»). Костюмдар буйынса рәссам – Яна Боуден («Сестрёнка», «Все началось в Харбине», «Восьмидесятые»), Ирина Гришан («Чернобыль», «Невезучая», «Привет от Катюши»).
"Наше кино" компанияһы дистрибьютор булып тора.
Фотоларҙа: фильмдан кадрҙар.
(Мәғлүмәт, фото: - "Наше кино" компанияһының матбуғат хеҙмәтенән).