Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
31 Март 2023, 18:00

Сыр менән йомортҡанан бәлеш

Ифтарға тәмле генә бәлеш рецебы тәҡдим итәбеҙ

Сыр менән йомортҡанан бәлеш
Сыр менән йомортҡанан бәлеш

Уның өсөн 200 грамм он, 100 грамм аҡ май, дүрт аш ҡалағы һыу, тоҙ, 100 грамм ҡаты сыр, ике аш ҡалағы йогурт, бер бәйләм йәшел һуған кәрәк.

Тағы ла тыш өсөн йомортҡаның һарыһы, кунжут кәрәк.

 

Әҙерләү: Ҡамырҙан башлайбыҙ. Ондо, аҡ майҙы, тоҙҙо бергә әүәләйбеҙ. Һалҡын һыу өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ ҙа полиэтилен моҡсайға төрөп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Артабан эслеккә тотонабыҙ. Сырҙы ҡырып бешеп туралған йомортҡаға ҡушабыҙ. Һуғанды ваҡлап киҫәбеҙ, йогуртҡа тоҙ өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ.

Ҡамырҙы йәйеп эслекте һалып ситтәрен тотоп, йомортҡаның һарыһын һөртөп, кунжут һибәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 35 минут бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

 

Фото: kulivarik.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: