Бөйөк Еңеү көнө алдынан “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте Рәсәй Оборона министрлығы ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған "Геройға исемен ҡайтарығыҙ” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик акцияһын ойоштора.
Акция сиктәрендә юнармиясылар обелисктарҙа, мемориалдарҙа һәм хәрби ҡәберлектәрҙә тәртип урынлаштыра. Шулай уҡ балалар һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар тураһында архив мәғлүмәттәрен эҙләү, һәләк булған геройҙарҙың исемдәрен билдәләү һәм уларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эштәр алып барылыуы хаҡында һөйләй, үтеп барыусыларға геройҙар тураһында мәғлүмәт менән карточкалар тарата, теләгән һәр кемде акцияла ҡатнашырға саҡыра.
“Геройға исемен ҡайтарығыҙ” акцияһы Ватаныбыҙҙың хәрби тарихын һәм Ватанды һаҡлау буйынса бөтә быуындар традицияларының күсәгилешлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.
Киләсәк өсөн үҙен ҡорбан иткәндәр тураһында тарихи хәтерҙең мөһимлеген таныу билдәһе итеп, 9 майҙа Бөтә Рәсәй Федерацияһында Мәңгелек ут һәм Хәтер уттары янында беренсе юнармия һаҡтары ҡуйыласаҡ.
Барлыҡ вайымһыҙ булмағандарҙы акцияға ҡушылырға һәм үҙ ҡалаларыбыҙҙа, ҡасабаларыбыҙҙа, ауылдарыбыҙҙа ерләү биләмәләрен тәртипкә килтерергә саҡырабыҙ.
Фото: vk.com