9 май - Еңеү көнө
16 Апрель 2023, 08:00

Бургер, шауырма һорап ыҙалатһа...

Өй ризығын яратмаған балалар өсөн тиҙ генә әҙерләнә торған тәғәм. 

Бургер, шауырма һорап ыҙалатһа...Бургер, шауырма һорап ыҙалатһа...
Бургер, шауырма һорап ыҙалатһа...

Уны әҙерләү өсөн беҙгә колбаса йәки ветчина, бер сыр (Дружба булһа ла ярай), ике йомортҡа, помидор, бер-ике тырнаҡ һарымһаҡ, әнис, майонез, салат япрағы, йәшел һуған, тоҙ кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә йомортҡа менән сырҙы ҡырғыс аша үткәреп һәйбәтләп бутайбыҙ. Колбасаға салат япрағы, ваҡ туралған помидор, уның өҫтөнә ҡатнашманы һалып төрөп йәшел һуған менән бәйләйбеҙ.

Шулай уҡ эслек өсөн сыр, һарымһаҡ, майонез ғына һалырға ла мөмкин. Улай ҙа тәмле була.

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото:marya_iskysnica.livejournal.com

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас