9 май - Еңеү көнө
18 Апрель 2023, 15:45

Быйыл ғәҙәти “Үлемһеҙ полк” булмай

Ойоштороусылар быны нисек аңлата? 

Быйыл ғәҙәти “Үлемһеҙ полк” булмайБыйыл ғәҙәти “Үлемһеҙ полк” булмай
Быйыл ғәҙәти “Үлемһеҙ полк” булмай

Быйыл Рәсәйҙә быға тиклем булған традицион форматтағы “Үлемһеҙ полк” булмаясаҡ. Был турала бөгөн хәрәкәттең матбуғат секретары Ольба Байбулова хәбәр итте. Уның белдереүенсә, ойоштороусылар “бер урам һәм бер майҙан форматынан китеп, киңерәк эшләргә” ҡарар иткән.

“Өйрәнелгән ғәҙәти йөрөш булмай. Традицион форматты көн дауамында геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн киңәйтергә хәл иттек”, – тигән ул.

“Үлемһеҙ полк”тың үҙәк штабы рәйестәше Геннадий Иванов акцияла автомобилселәр ҡатнаша алыуы хаҡында һөйләне – уларға байрамса биҙәлгән ветерандар портреттарын машинаның артҡы тәҙрәләренә ҡуйырға тәҡдим иттеләр. Шулай уҡ ойоштороусылар теләге булғандарҙың барыһына ла көн дауамында геройҙарының фотоларын кейемгә беркетергә тәҡдим итә.

Билдәле булыуынса, 2020 һәм 2021 йылдарҙа “Үлемһеҙ полк”ты коронавирус пандемияһы арҡаһында онлайн-форматта үткәргәйнеләр. Былтыр ул традицион форматта үтте.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас