

Башҡортостандың баш ҡалаһы Еңеү парадына әҙерләнә. Ошо айҡанлы 20 апрелдә тәүге репетиция үтте. Ғәҙәттәгесә, күнекмә марштары һәм хәрби техника күрһәтеү “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда булды. Әҙерлек сараһы апрель аҙағына тиклем дауам итәсәк, ә Октябрь проспектында генераль прогондар 4 һәм 6 майҙа планлаштырылған.
Бөйөк Еңеү көнөндәге - 9 майҙағы төп тантанала Өфө территориаль гарнизонының 20 расчеты, республика федераль башҡарма власть органдары отрядтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар һәм курсанттар ҡатнаша. Шәхси составтың көтөлгән һаны – 1,5 меңдән ашыу кеше.
Парад командующийы итеп хәрби комиссар урынбаҫары, полковник Рәмил Хәйретдинов, ҡабул итеүсе итеп — Өфө территориаль гарнизоны начальнигы, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич тәғәйенләнгән.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ