Өфө ҡалаһында шатлыҡлы ваҡиға көтөлә. Шәмбе көнө, 29 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә баш ҡалабыҙҙҙың тимер юл вокзалына "Еңеү паравозы" килә.
"Лебедянка" тигән паровоз менән тәжрибәле машинист идара итәсәк, локомотив бригадаһындағылар һуғыш йылдарындағы формала буласаҡ. Шулай уҡ паровоздың платформаларына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы техника урынлаштырылған, бынан тыш, "Үлемһеҙ полк" вагонында пассажирҙар ҙа ултырасаҡ.
Был көндө теләгән һәр кем хәрби экспонаттар янында иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ, рухтарҙы күтәрә торған концерт ҡараясаҡ.
Фото: ufa.aif.ru