Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Апрель 2023, 21:00

17 йәшендә һуғышҡа алына

“Әйҙәгеҙ, егеттәр, маҡтап йөрөйһөгөҙ”, – тип ҡаршы алды Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерғәзи Тәүәф улы ҒӘЛЛӘМОВ, сынаяҡтарын теҙә-теҙә. Көләс һәм алсаҡ йөҙлө, етеҙ генә олатайға ҡарап, туҡһан алты биреп тә, һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа күп ғазап кисергән тип уйлап та булмай. Был серҙе сисеү теләге беҙҙә уны күргәс тә уянды – тормошон барлауын үтендек.

17 йәшендә һуғышҡа алына
17 йәшендә һуғышҡа алына

Тимерғәзи Тәүәф улының яҙмышында төрлө теүәл һандар күп булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, тормош иптәше менән теүәл етмеш йыл йәшәп өлгөргәндәр, ә алтмыш йыл ғүмерен (!) “Сода” заводына арнаған. Бына һуғыш йылдары ғына уның өсөн биш (теүәл) йыл булмай – хәрби хеҙмәткә ветеран һигеҙ йыл ғүмерен арнай...

– 1943 йыл ине. Һуғыштың ҡыҙған мәле, һыналыш осоро ваҡыты һәм беҙгә лә, 17 йәшлектәргә лә,сират етте... – тип хәтер ебен һүтә олатай. – Беҙ дәрте ташып, һуғышырға ынтылып торған малайҙар, дөрөҫөн әйткәндә, был ҡарарҙы көтөп ала алмай инек, шуға саҡырыу килгәс тә дәррәү ҡуҙғалдыҡ.

Шулай ҙа фронтта, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итергә тура килмәй Тимерғәзи Ғәлләмовҡа, хатта, сағыштырмаса, “өйҙә” лә әле. Ғөмүмән, уны Силәбе өлкәһендә хәрби заводҡа дәүләт һағы хеҙмәте сафына тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, бер нисә тапҡыр фронтҡа китәм тип ынтылып ҡарай ул, әммә хәрби приказды боҙоу юҡ, үтенес кире ҡағыла... Хәйер, һуғыш һуғыш майҙанында ғына бармай шул, тылда ла, аңдарҙа ла дауам итә. Хәрби заводта ла төрлө сетерекле хәлдәр сығып ҡуя, шуларҙы оператив рәүештә хәл итергә тура килә.

– Аҡ халатлы хеҙмәткәрҙәр эшләй ине, хатта беҙгә уларҙың нимә менән шөғөлләнгәнен белергә лә ярамай ине, – бына шундай бурыс ҡуйылған уларға. Әйткәнсә, һуғыш тамамланғас та был хеҙмәт тамамланмай әле һалдат өсөн, 1951 йылға тиклем махсус хеҙмәт сафында ҡала.

Тыуған яғы – Мәсетле районы Әжекәй ауылына ҡайтып бер аҙ эшләп алғандан һуң, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһына килеп төпләнә һәм бында бөгөн дә балалары иғтибарында ғүмер кисерә. Балалары тигәндән, ул ҡатыны Мәрхәбә Миңләхмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биргән.

Әңгәмә барышында тарих тураһында ғына һүҙ барманы, үткәндәр бөгөнгөгә килеп ялғана һәм махсус хәрби операция тураһында ла һөйләшеп алдыҡ ветеран менән. Аҡһаҡалдың тос фекере:

– Беҙ үҙ ваҡытыбыҙҙа фашизмды тамыры менән юҡ иттек, һәр хәлдә шулай тип уйланыҡ, ышандыҡ, әммә, ана, мәрхәмәтлегебеҙҙе дөрөҫ аңламай, үҙ файҙаһына бороп, йәнә баштарын ҡалҡытҡандар бит. Йәш, әле ғаилә лә ҡормаған егеттәр әрәм була, тик ни ҡылаһың, беҙҙең ваҡытта ла юғалтыуҙар иҫ киткес күп булды, тиҫтерҙәрем ятып ҡалды, ҡорбанһыҙ ғына был тиклем дошманды еңеп булмай шул, ҡалғандар еңеп, имен генә әйләнеп ҡайтһын инде, – тип яңғыраны.

Заводҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ветеран бында төрлө йүнәлештә хеҙмәт кешеһе була. Оҙаҡ ваҡыт, мәҫәлән, машинист булып эшләй, йөк тейәүсе була һәм көнөнә һигеҙ сәғәт аяҡ өҫтө баҫып тороп ауыр йөк – сода тейәй. Әммә башта әйтеп китеүебеҙсә, совет кешеһе бирешмәй – шулай ҙур ил төҙөйбөҙ тип янып эшләй.

Бөгөн дә сафта, бөгөн дә етеҙ булған олатай ошо теремеклек серен әңгәмә аҙағында еңел генә итеп аңлатты ла ҡуйҙы:

– Тормошто яратығыҙ, балалар! Ғүмер берәү генә! Юҡҡа ыҙғышып, донъя бүлешеп йәшәмәгеҙ! Тормошта матурлыҡты күрә белегеҙ, матурлыҡ өләшергә тырышығыҙ һәм, әлбиттә, күберәк хәрәкәт итегеҙ – шул саҡта барыһы ла яҡшы булыр! – тип йомғаҡланы һүҙен олатай.

Аҡһаҡалдың әйткәне беҙгә – йәштәргә - һеңһен, ошондай хөрмәтле һәм өлгөлө быуынға, тарихҡа ҡәҙер-хөрмәт, иғтибар кәмемәһен тип өҫтәргә генә ҡала. Алла бойорһа, тағы бер нисә йылдан быуатҡа торош юбилейығыҙҙа ла осрашырға яҙһын, Тимерғәзи Тәүәф улы! Байрамығыҙ менән!

Автор: Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас