Бер тетрәндергес ваҡиғаһы ныҡ иҫемдә ҡалған. “Ырҙынға эшкә йөрөй инек, – тип башланы әбей һүҙен. – Аслыҡ ваҡыт бер генә ус иген дә алырға ярамай, әгәр ҙә кеҫәнән тапһалар төрмәгә ебәрәләр...”
Шулай бер ваҡыт ырҙында алъяпҡысҡа төрөлгән бойҙай табалар һәм алъяпҡыстың хужаһын да белеп ҡалалар: Гөлйемеш исемле бер ҡатындың алъяпҡысы була ул. Гөлйемештең береһенән береһе бәләкәй биш балаһы була. Уларҙы аслыҡтан һаҡлап ҡалам тип йәшереп ҡуйылған бойҙайы була. Балалар хаҡын да уйлап тормайынса, барлыҡ халыҡ йыйылып ауыл клубында хөкөм сығарырға була. “Гөлйемешкә ҡайҙан, ҡасан тигән һорауҙар яуҙы. Уҫал ҡарашлы ирҙәр, иң алғы рәттә ултыралар ине. Ирендәре ҡалтырап, күҙҙәренән бер туҡтауһыҙ күҙ йәштәре аҡты. Ул көс-хәл менән мин алъяпҡысымды юғалтҡайным тип әйтә алды. Ә кем дөрөҫләй ала тип ҡысҡырыша башланылар. Зөлфиә тигән ҡатын тип яуапланы Гөлйемеш”, – тип дауам итте һүҙен Зөлфиә инәй. Артабан ҡатындың яҙмышында хәл иткес роль уйнай ул.
“Минең артымдан бер бәләкәй генә малайҙы ебәргәндәр, юлда барғанда нимә тураһында һүҙ барғанын һорашып өлгөрҙөм. Миңә нисек булһа ла, балаларҙы етемлектән ҡотҡарып ҡалыу ине. Бына шулай, ялған юлға баҫып булһа ла, эйе ул миңә һөйләне алъяпҡысы юғалғаны тураһында тинем, бик ғорур ҡарап, ҡаушап ҡалырға ярамай ине. Үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла.
Минең дә береһенән береһе бәләкәй балалар ине, мин Гөлйемеште шулай төрмәнән ҡотҡарып ҡалдым”, – тине ул яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен һөртөп.
Ул һаман да беҙгә изге теләктәрен теләп, икмәктең ҡәҙерен белегеҙ, ололарға ихтирамлы булығыҙ тип теләп ҡалды. Әлбиттә, был батырлыҡ әлеге заман менән сағыштырып ҡараһаҡ, бер баланы ҡарай алмай балалар йортона ҡалдырып киткән әсәләр янында ниндәй бөйөк аҙым! Ә ул заманда тормош башҡа шул, Кешелек сифаты ла... Бына ошолай ауылыбыҙҙың Зөлфиә әбей һымаҡ батыр ҙа аҡыллы ла ағинәйҙәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Хәмдиә МОРТАЗИНА.