

Республикала Бөйөк Еңеү көнөнә бағышланған төрлө саралар үтә. Мәҫәлән, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы "Дуҫлыҡ" паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының республика ойошмаһының район бүлексәһе вәкилдәре, “Берҙәм Рәсәй” партияһының райондағы бүлексәһе ағзалары, ирекмәндәр һәм илһөйәр граждандар автоуҙышта ҡатнашты. Сара барышында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һәйкәлдәренә сәскә һалдылар.
Шулай уҡ уҡыусыларға батырлыҡ дәресе үткәрелде, буласаҡ һалдаттар хәрби ҡорал менән танышты.
Фото: vk.com/tandari