9 май - Еңеү көнө
2 Май 2023, 13:00

Геройҙар фотоһын таҡҡандар

Күп функциялы үҙәктәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышлап, хөрмәт һәм хәтер акцияһын башланы.

Геройҙар фотоһын таҡҡандарГеройҙар фотоһын таҡҡандар
Геройҙар фотоһын таҡҡандар

Еңеү байрамы алдынан Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бағышлап, хөрмәт һәм хәтер акцияһын башланы.

Бөгөндән, 2 майҙан, бөтә республика буйынса “Минең документтарым”  күп функциялы үҙәге белгестәре быға тиклем үҙҙәренең исемен күрһәткән традицион бейджиктар урынына Георгий таҫмаһын һәм геройҙың исеме менән фотоһүрәтен беркетеп ҡуйҙы.

Республиканың барлыҡ райондарында Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре традицион байрам сараларында әүҙем ҡатнашасаҡ.

Фото: vk.com/mfcbashkortostan

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас