

1 майҙа Башҡортостанда Халыҡ-ара яҙ һәм хеҙмәт байрамына, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе хуплауға арналған профсоюздарҙың республика автоуҙышы старт алды. Автоуҙыш маршруты ҙур: Өфө – Нефтекама – Баҡалы – Октябрьский – Стәрлетамаҡ – Белорет. Ҡатнашыусылар бер нисә көн эсендә 1400 саҡрымдан ашыу юл үтәсәк, ул 5 майҙа Өфө ҡалаһының Совет майҙанында тамамланасаҡ.
Баҡалы районында ошо ваҡиға айҡанлы байрам концерты булды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Азат итеүсе яугир һәйкәленә сәскәләр һалды, Буғабаш ҡатын-ҡыҙҙар монастырына барҙы.
Фото: vk.com/bakaly_adm