9 май - Еңеү көнө
3 Май 2023, 14:00

Йылы көндәр хушлашамы?

9 май байрамдарына һауа торошо билдәле булды. 

Йылы көндәр хушлашамы?Йылы көндәр хушлашамы?
Йылы көндәр хушлашамы?

Быйылғы яҙ – йәй кеүек. 1 май байрамдарында хатта 30 градуслы эҫеләр булды. Алда йәнә оҙайлы ялдар көтә, был юлы ла һауа торошо ҡыуандырырмы?

Синоптиктар мәғлүмәттәре ҡыуандырмай шул. Йәйге йылы көндәр оҙаҡ тормаҫ ти улар. Киләһе аҙнаның башында, 8 майҙа көндөҙ ни бары 10 градус ҡына йылы буласаҡ. 9 майҙа ла әллә ни йылы булмай, 12 градус көтөлә. Ямғыр яуыуы ла ихтимал.

Шулай ҙа бик ҡайғырмағыҙ. Дөйөм алғанда май йылы һәм ҡоро булыр тип фаразлана.

Фото: joinfo.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас