Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
4 Май 2023, 08:00

“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”

Ветерандың дәүләт бүләктәрен балалар үҙ ҡулдары менән тотоп ҡарап, һорауҙарға күмде.

“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”
“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”

Еңеү байрамы алдынан Штәнде урта мәктәбе эргәһендәге мәктәпкәсә йәштәге төркөм балалары үҙҙәренең ауылдашы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән осрашты. Унынсы тиҫтәне ваҡлаған Әхвәс Ғәбделхаҡов сабыйҙарҙы орден-миҙалдар сыңлап торған костюмын кейеп, бик йылы ҡаршы алды.

Наградаларҙың ниндәйе генә юҡ, һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары, тыныс тормоштағы тырыш хеҙмәте өсөн алған дәүләт бүләктәрен балалар  үҙ ҡулдары менән тотоп ҡараны. “Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн  бирҙеләр, ә быныһын?” – тип ветеранды һорауҙарға күмделәр. 

Балалар ихлас күңелдән хөрмәтле ветерандарын яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, ҙур ҡәнәғәтлек менән өйҙәренә таралышты, тип хәбәр итә Штәнде ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Вәлиев.

Балтас районы.

Фото:”Балтас таңдары”.

“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”
“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”
“Әхвәс бабай, был миҙалды ни өсөн бирҙеләр?”
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас