

Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Гәрәев – йәнтөйәгенең ғорурлығы. Утлы һуғыш юлында ҡаты яралар алып та, ғүмер буйы ауыр хеҙмәттә эшләп тә бирешмәй һалдат. Оло йәштәмен тип тормай, ул һәр ваҡыт хәрәкәттә.
Бөгөн дә еңел машинаһына ултырып елдереп йөрөүе ғәжәп итерлек. Йәшәгән йорт-ихатаһын тәртиптә тоторға ла өлгөрә. Яҙ етһә, баҡса үҫтереү мәшәҡәттәренә күмелә.
Әле булһа күҙлекһеҙ гәзит уҡый. Ошо рәүешле донъя хәлдәре менән дә танышып бара. Зиһенле, хәтерле булыуы менән дә һоҡландырмай ҡалманы. Тормош юлындағы һәр ваҡиғаны ентекләп, эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп алып китте ул.
Тыумышы менән Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылынан булып сыҡты әңгәмәсем. Мәктәптә уҡығанда уҡ атаһына ярҙам итеп йөрөп, бик йәшләй эшкә егелә. Ат менән ер һөрөргә лә, колхоз малын ҡарарға ла тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүҙә атаһын фронтҡа алалар. Йәш егет уның урынында тирмәндә эшкә ҡала, йыл ярым тирәһе шунда хеҙмәт итә. 1943 йылда бер туған ағаһы ла армияға китә, тағы бер йыл үтер-үтмәҫтән Ғәбдрәүеф Сәләх улына ла хәрби хеҙмәткә саҡырыу килә. Әле донъя күреп тә өлгөрмәгән, 18 йәш самаһындағы егет утлы һуғышҡа юллана.
Кәүҙәгә әллә ни ҙур булмаһа ла, физик яҡтан көслө ауыл егете тәүҙә прожекторсы булып хеҙмәт итә, аҙаҡ танкислыҡҡа уҡып сыға. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған Бәләбәй егете танкты бик оҫта итеп йөрөтөргә өйрәнә.
Танк командиры уның техникаға нисек идара итеүен күреп:
– Афарин, һинең менән һуғышҡа инергә була, – тип яурынынан ҡағып маҡтаған мәлен әле лә ғорурланып һөйләп алды.
Утлы-ғәрәсәтле һуғышта кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә, ләкин шундай ваҡытта ла Тыуған илеңде, халҡыңды яҡлау тойғоһо күпкә көслөрәк. Ошондай һүнмәҫ рух еңеү яуларға этәргес бирә һалдаттарға.
Ғәбдрәүеф Сәләх улы һуғышта йөрөгәндә үҙенең бер туған ағаһын тап иткән бәхетле көндө лә иҫкә алды:
– Польшала осраттым ағайымды. Бер аҙға туҡталғайныҡ ҡына, кемдеңдер яурынға ҡаҡҡанына әйләнеп ҡараһам, ағайым баҫып тора. Әлбиттә, көтмәгәйнем. Шуныһы ҡыуаныслы, атайым да, ағайым да Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтты, – тине, ҡәҙерле кешеләрен хәтерләп.
Оҙон утлы һуғыш юлын үтә яугир. Белоруссия, Украина, Польша ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Варшава тирәһендә ҡаты яралана, контузия ала. Белоруссияла госпиталдә ятып, оҙаҡ ҡына дауаланып, артабан полк мәктәбендә белем алғандан һуң, артиллерист булып хәрби юлын дауам итә.
“Хәрби ҡаҙаныштар өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Еңеү өсөн” миҙалдары, Ғәбдрәүеф Сәләх улының һуғыштағы батырлыҡтарын хәтерләтеп, бөгөн дә күкрәген биҙәй.
Һуғыш тамамланғас та, шунда уҡ тыуған яғына ҡайта алмай яугир. Тағы ла биш йыл хеҙмәт итергә тура килә. Ҡайтыр алдынан шоферлыҡҡа уҡып сығып, үҙенә ғүмерлек һөнәр хәстәрләй.
Һуғыштан ҡайтҡас, ауылда оҙаҡ тормай. Октябрьский ҡалаһында автотранспорт контораһында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Машинаны яҡшы белгән, һәр ваҡыт уны тәртиптә тотҡан водителгә аҙаҡ йөк машиналарын ышанып тапшыралар. Төрлө ҡалаларҙа эшләргә тура килһә лә, һөнәренә хыянат итмәй, дөйөм алғанда, рулдәге тәжрибәһе 80 йылға тула.
Тыуған яғы Бәләбәйҙә ул 1960 йылда төпләнә. Үҙенең һөнәре буйынса төрлө ойошмаларҙа эшләй. Машина йөрөтөү төп һөнәре булһа, күңеленә ятҡан тағы ла бер шөғөлө бар – ул ағас эше оҫтаһы. Үҙ ҡулдары менән эшләгән кейем шкафтары, башҡа йыһаз бөгөн дә үҙ йөҙөн юғалтмаған. 1950 йылдарҙа эшләнгән ағас йыһаздары йортҡа йәм биреп, үткәндәрҙең матур иҫтәлеге булып һаҡлана.
Ғаилә ҡороп, тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр. Байтаҡ йылдар элек ҡатыны мәрхүм булып ҡалһа ла, йортоноң йәмен ебәрмәй, матур донъя көтә яугир. Ветерандың йортондағы һәр ерҙәге тәртипкә, таҙалыҡҡа ла ғәжәп итерлек. Балаларының хәстәрен тойоп, Ветерандар советының иғтибарында ҡартлыҡҡа бирешмәй ғүмер итә ул.
– 14 апрелдә миңә 97 йәш тулды. Бер ҙә буш ваҡытым юҡ. Әле булһа баҡса үҫтерәм, үҙемдең теплицам бар. Бәрәңге, ҡыяр һымаҡ йәшелсә, еләк-емеште йыл да сәсәм, утайым. Быйыл да баҡсаның ҡыҙыу мәлен көтөп торам. Ҡыярҙарым үҫеп тә килә инде. Буш ваҡыт эләккәндә гәзит уҡыйым. Күҙлек кейгән, ҡулға таяҡ тотҡан юҡ, Аллаға шөкөр. Үҙем электән ныҡлы, көслө булдым. Һәр ваҡыт ауыр машиналар йөрөттөм. Ауыр, алыҫ рейстарға ла ҡыйынһынмай йөрөнөм, эштән ҡурҡманым, – тип һөйләне.
Бер ауырлыҡһыҙ әле булһа машинаға рулгә ултырып сығып китеүе лә һоҡланғыс күренеш. Ҡала буйлап ҡына йөрөмәй, ауылдарға ла бара. “Йыл һайын Татарстанға һуғышта бергә булған дуҫымдың ғаиләһен күрергә барам. Улар саҡырып тора. Үкенескә ҡаршы, яуҙашым үҙе генә яҡты донъяла юҡ”, – тине ул.
Мәктәптәргә йәш быуын менән осрашыуҙарға ла йөрөй яугир. Уларға гәзитебеҙ аша әйтер теләктәре лә бар:
– Уҡыһындар. Тәртип боҙоп йөрөмәһендәр, аҡыллы булһындар, – тине ул.
Илгә ауырлыҡ килгәндә ҡулына ҡорал алып, йәнтөйәген һаҡлауға күтәрелгән, тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәте менән тыуған ерен данлаған Ғәбдрәүеф Гәрәев үҙенең йәшәү өлгөһө менән абруй ҡаҙанған.
– Ғәбдрәүеф Сәләх улы – ҡалабыҙҙың ихтирамлы, хөрмәтле кешеһе. Ул – беҙҙең өсөн бар яҡлап та лайыҡлы өлгө. Уға рухи көс, сәләмәтлек теләйбеҙ, – тигән һүҙҙәр ишеттек яҡташтарынан.
Илебеҙ Бөйөк Еңеү яҙын ҡаршылағанда Бәләбәй яугиренә иҫәнлек-һаулыҡ һәм төп байрамдарыбыҙҙың береһе – 9 Май көнөн уға тағы ла күп тапҡыр ҡаршыларға яҙһын, тигән теләктәбеҙ.
Үкенескә ҡаршы, Еңеү һалдаттарының сафы һирәгәйә. Бәләбәй районы һәм ҡалаһында иҫән ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре бишәү генә. Улар араһында иң өлкәненә 102 йәш.
Ғөмүмән, район һәм ҡаланан Бөйөк Ватан һуғышына туғыҙ меңдән ашыу кеше киткән. Уларҙың яртыһына ҡабат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Бәләбәй еренән 11 Советтар Союзы Геройы һәм дүрт “Дан” ордендарының тулы кавалеры сыға. Еңеү килтергән һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереп, ҡалала ҙур мемориаль комплекс булдырылған. Йәш быуын ҡатнашлығында илһөйәрлек саралары унда йыш ҡына уҙғарылып тора.
Йылдар үтә. Бөйөк Ватан һуғышы тарих төпкөлөндә тороп ҡалһа ла, еңеү һалдаттарының вариҫтары үҙҙәренең тарихын онотмай, атай-олатайҙарының батырлығы өлгөһөндә үҫә.
Көслө, белемле, илһөйәр улдарына ғына һәр заманда ла илебеҙ таянған.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Бәләбәй ҡалаһы