

9 Май – һәр ғаилә көтөп алған шатлыҡлы ла, һағышлы ла көн ул. Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәгән. Быйыл илебеҙ 78-се Еңеү яҙын ҡаршылай. Ул шанлы йылдар беҙҙән алыҫлашҡан һайын, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ла арабыҙҙа кәмегәндән-кәмей бара, ә ҡайһы бер райондарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәү ҙә ҡалмаған...
Байрам алдынан беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Ғилемхан Садиҡ улы Арыҫланов менән осрашырға насип итте. Яугир 1927 йылдың 20 майында Саҡмағош районының Күсәкәй ауылында тыуған. 1934 – 1941 йылдарҙа ауыл мәктәбендә белем ала. Һуғыш башланғас, ул да тиҫтерҙәре менән бер рәттән колхоз эштәренә йәлеп ителә, ә инде 1944 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Эске эштәр халыҡ комиссариаты (НКВД) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә – хәрби әсирҙәрҙе һаҡлайҙар, махсус поездарҙы оҙатып йөрөйҙәр.
Бары 1952 йылда уға тыуған еренә ҡайтырға насип була. Фиҙакәр хәрби хеҙмәте өсөн СССР Ҡораллы Көстәренең миҙалдары менән бүләкләнә.
– Һигеҙ йыл хеҙмәт иттем, ҡатмарлы замандар булды. Немец әсирҙәрен һаҡлап, конвойҙа оҙатып йөрөргә тура килде. Беҙҙең өсөн дошман булһалар ҙа, улар ҙа кеше балаһы тип, йәберләмәҫкә тырыштыҡ. Теләк бер – башҡа һуғыш булмаһын, йәштәргә беҙ күргәнде кисерергә яҙмаһын, – тип теләй ул.
Ғилемхан Садиҡ улы һуғыштан ҡайтҡас, 1951 – 1959 йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм 3-сө төҙөлөш тресында эшләй. Аҙаҡ тыуған ауылына ҡайтып, “Правда” колхозында ҡыш – малсылыҡта, йәй баҫыу эштәрендә ашнаҡсы булып эшләй. Тормош иптәше Сәүиә Хәбибулла ҡыҙы менән өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.
Ветеран яҙ миҙгелен, Бөйөк Еңеү көнөн түҙемһеҙлек менән көтөп ала, сөнки байрам алдынан уны балалары тыуған ауылына алып ҡайта. Ғилемхан Садиҡ улын ауылдаштары ла һағынып көтөп тора.
- Рәмилә МУСИНА