

Әлшәй районының Себенле ауылында йәшәгән Рауза менән Сәрүәр Шәрипҡоловтар – тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә бергә татып, яҙмыштарына яҙған һынауҙарҙы лайыҡлы күтәреп, бөгөн бәхетле ғүмер кисергән матур пар. Бала саҡтары ауыр йылдарға тура килгән хеҙмәт ветерандары, бөгөнгөһөнә шөкөр итеп, бер-береһенә йәшлектәгесә ихтирам-хөрмәт һаҡлап йәшәй.
Ғаилә башлығы Сәрүәр Хәйретдин улы 1940 йылдың 10 февралендә ошо райондың Тәүәтәй ауылында тыуған.
– Атайым Хәйретдин Фәхри улы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Үкенескә ҡаршы, мин уның йөҙөн дә күҙ алдына килтерә алмайым, ҡасан, ҡайҙа һәләк булыуын да белмәйем. Иҫ белә башлағанымда тормош бик ауыр ине, ашау яғы самалы булды. Ағайым менән икәүләп яландан серек бәрәңге табып алып ҡайтабыҙ, әсәйем шуны нисектер аш итә торғайны, – тип ауыр бала саҡ йылдарын иҫкә алды Сәрүәр Хәйретдин улы.
Һуғыш осоро балаһы булараҡ, уға бик иртә башкөллө эшкә сумырға тура килә – тиҫтерҙәре менән бесән йыйыуға, ат егеп күбә тарттырыуға йөрөй.
– Барлыҡ хеҙмәт башлыса ҡул көсө менән башҡарылды. Ярай аттар бар ине. Иртәнсәк яҡшыраҡ ат эләктереп ҡалыу өсөн иртә менән һарайға йүгерәбеҙ. Оҙаҡ йылдар “трудоденгә” йөрөнөк. Колхоз, эшләгән көнөңә ҡарап, йылына бер тапҡыр иген һәм аҙыраҡ аҡса бирә. Бер “трудоденгә” 15, 20 тин самаһы тура килә ине. 60-сы йылдарҙан һуң тормош бер аҙ рәтләнә, күмәк хужалыҡтар нығына, кешеләрҙең тормошо аҙ булһа ла яҡшыра башланы. Хеҙмәт өсөн гарантияланған түләү тигән төшөнсә барлыҡҡа килде, – ти хеҙмәт ветераны. Тормош-көнкүреше нисек кенә ауыр булмаһын, Сәрүәр Хәйретдин улы белем алырға тырыша, күрше ауылға йөрөп, урта мәктәпте тамамлай.
Роза Динислам ҡыҙы ошо Себенле ауылыныҡы. Уға ла атайһыҙ үҫергә тура килә.
– Әсәйем бик егәрле, сос ҡатын ине, һатыу эшенә оҫта булды. Беҙҙе ас-яланғас итмәҫ өсөн ниндәй генә кәсеп башҡарманы, нимә генә һатманы, шуға күрә артыҡ ауырлыҡ күрмәнек, – ти Рауза апай.
Ул да бик иртә – 17 йәшендә хеҙмәт юлын башлай: Тәүәтәй фермаһына һауынсы булып бара. Ошонда әрменән һуң ферма мөдире булып эшләп йөрөгән Сәрүәр ағайҙы осратып, ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡана, һәм улар ғаилә ҡора. Бал саҡтан төплө аҡыллы Рауза апай, “исмаһам, икебеҙҙең береһе һөнәрле булырға тейеш” тип, ирен Благовещен ҡалаһына бухгалтерлыҡҡа уҡырға ебәрә.
– Ул заманда белем алыу шул тиклем ауыр ине, айырыуса беҙҙең ише атайһыҙ балаларға урта мәктәп булған ауылға йәки район үҙәгенә йөрөп уҡыу бик ҡыйын булды. Үҙем ете класс белем менән ҡалдым. Сәрүәр ике йыл ярым уҡып ҡайтып, колхоз идараһында кассир булып эш башланы, – ти Рауза Динислам улы.
Белгес булып ҡайтҡан Сәрүәр Шәрипҡолов 35 йыл дауамында урындағы “Мир” колхозының баш бухгалтеры булып эшләй, ипле, ихлас, киң күңелле булыуы менән кешеләрҙең ихтирамын яулай. Әкренләп тормош рәтләнә, колхоз иҡтисади йәһәттән ярайһы уҡ нығына. “Һыйыр, һарыҡ, сусҡа, тауыҡ фермалары гөрләп эшләне. Һыйыр малы – 1600, һарыҡ 1300 башҡа етте. Төрлө социаль объекттар төҙөлдө, кешеләр яңы йорттар һалды, юлдар төҙөкләндерелде, әммә уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ҡыйралышта тиҫтә йылдар дауамында булдырылған ошо байлыҡты һаҡлап ҡала алманыҡ. Шул ваҡытта уҡ күмәк хужалыҡтағы эштәрҙе үҙ-ара бүлешеп алып дауам итерҙәй фермерҙар, йәғни күсәгилешлек булһа, күпкә яҡшыраҡ, иҡтисади йәһәттән отошлораҡ булыр ине”, – ти бөтә ғүмерен хеҙмәткә арнаған уҙаман.
Хәләл ефете Рауза ханым колхоз ашханаһында эшләй, әммә хеҙмәт урынында ҡазаланып, инвалид булып ҡала. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, тормошто яратып, һәр яңы көндө ҡыуанып ҡаршы алып йәшәй. Сәрүәр ағай ҙа хәләленә һәр саҡ ныҡлы терәк, уның көнитмешен еңеләйтеү, ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫыу өсөн барыһына ла әҙер тоғро иптәш.
Себенле ауылының хөрмәтле пары ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыуҙы билдәләгән. “Шул тиклем күңелебеҙ булды. Балалар, туғандар бергә йыйылды, күңелебеҙҙе үҫтереп, изге теләктәрен еткерҙе. Йәшлек ҡайһылай булһа ла үтә, ҡартлыҡтағы бәхет мөһимерәк икән. Шөкөр, ҡартлығыбыҙ имен, хәстәрле”, – ти юбилярҙар.
Рауза апай менән Сәрүәр ағай дүрт балаға – ике улға, ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Үкенескә ҡаршы, тормош уларҙы бала ҡайғылары менән һынаған: ҡыҙҙарының береһе бәләкәй сағында ауырып үлеп ҡала, ә Нәйләләре 47 йәшендә, гөрләтеп донъя көткән сәскәләй сағында, мәрхүмә була. “Хоҙай бер кемгә лә бала ҡайғыһын күрһәтмәһен, атай-әсәй өсөн шунан да оло ғазап юҡ”, – ти Рауза апай. Күңел әрнеүҙәрен шифалы доғалар менән баҫырға тырыша әсә.
Тормоштарын йәмләп биш ейән, бер ейәнсәр, алты бүлә үҫә. Улдарының береһе Себенлелә – ата-әсәһенең эргәһендә төпләнгән. Яҡын йәшәгәс, ололарҙы ярҙамдан, иғтибар-хәстәрҙән өҙмәйҙәр. Икенсе улдары Өфөлә йәшәй. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре башлы-күҙле булып, һәр кеме һөнәре буйынса эшләй, гөрләтеп донъя көтә. Өлкән Шәрипҡоловтарҙың ҙур, яҡты йорто – уларҙың барыһын да үҙенә тартып торған йылы усаҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәрүәр Хәйретдин улы әле лә умартасылыҡ менән шөғөлләнә, балаларын, ейән-бүләләрен хуш еҫле бал менән һыйлауҙан кинәнес таба.
“60 йыл татыу, матур ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?” тигән һорауға: “Иң тәү сиратта – бер-береңә ихтирам-хөрмәттә, хәстәрлек күреп, ҡәҙер итеп йәшәүҙә. Тормош булғас, төрлө саҡтар була, шуларҙы сабыр итеп, кәрәк ваҡытта бер-береңә юл ҡуя белеп үткәрергә кәрәк”, – тине Шәрипҡоловтар. Хөрмәтле ветерандар икеһе лә изге дин юлында. Беҙҙе Рауза апай сыңғырҙап торған моңло тауышы менән изге доғалар уҡып, Сәрүәр ағай матур теләктәр әйтеп оҙатып ҡалды. Уларҙың үҙҙәренә лә именлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Әлшәй районы