

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға тыуған ерҙән күстәнәстәр ебәреү игелекле, матур бер йолаға әүерелде. Халҡыбыҙҙың илһөйәрлеген дә, берҙәмлеген дә, яугирҙәрен хөрмәтләүен дә күрһәтә был миҫалдар, һәм улар тураһында гәзитебеҙ даими яҙып тора. Ә бит был күркәм йола бер бөгөн барлыҡҡа килмәгән – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла тылдағы халҡыбыҙ көн-төн фронтҡа ярҙам итеү өсөн эшләгән, бынан тыш, күстәнәстәр һалынған посылкалар ебәреү ҙә һис туҡтамаған. Был Учалы районы миҫалында ла асыҡ күренә.
Был дәһшәтле заманда учалылар танк һәм самолеттар етештереү өсөн, үҙ ғаиләләренән өҙөп, 5 миллион 423 мең һум йыйып биргән, дәүләткә ярҙам итеү маҡсатында 7 миллион 395 мең һум хәрби заем облигациялары һатып алған. 1941 йылдың декабрендә генә лә район халҡы илдең оборона ҡеүәтен нығытыу өсөн аҡсалата-әйберләтә лотереяға 196 мең һум тапшырған.
Учалы тау сәнәғәте колледжының эҙәрмәндәре, төрлө архивтарҙан ҡарап асыҡлауынса, 1944 йылда район хеҙмәтсәндәре фронтҡа 34420 бот (552 тонна самаһы) ит, 118560 бот (1 877 тонна) һөт, 918 бот (14,7 тонна) эремсек, 26160 бот (418 тонна) бәрәңге һәм башҡа аҙыҡ-түлек оҙатҡан. Учалылар йыйған байрам бүләктәре генә лә ике вагонды тултырған.
Район комсомолдары ла фронтҡа ярҙамға үҙ өлөшөн индерә – улар дәүләткә металл һыныҡтары йыйып тапшыра. Ахун мәктәбе уҡыусылары һуғыштың тәүге өс айында 6553 хеҙмәт көнөн башҡара. “Бөтәһе лә фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” – Бөйөк Ватан һуғышы башланғас уҡ, ошондай девиз менән эшләргә тотона халыҡ. 1942 йылдың февралендә Учалы, Вознесенка һәм Ҡужай ауылдары яугирҙәр өсөн саңғылар яһай башлай.
Райондың “Сталин байрағы” гәзите яҙғанса, фиҙакәр хеҙмәттәре һәм Еңеүгә индергән өлөштәре өсөн төбәктең 5215 кешеһенә “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Иң күп наградланыусылар Миндәк ауыл советынан – 456 кеше, артабан Поляковка ауыл советынан – 326, Илсеғол ауыл советынан 223 кеше. Учалы район советы башҡарма комитетының ул саҡтағы рәйесе Ғәлиулла Вәли улы Вәлиев “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була.
1942 йылда Украина һәм Кавказдағы марганец ятҡылыҡтары һуғыш хәрәкәттәре зонаһында тороп ҡала. Ә Магнитогорск металлургия комбинаты юғары сифатлы ҡорос етештереү өсөн йөҙҙәрсә тонна марганецҡа ҡытлыҡ кисерә. Шул саҡта төҙөлөп ятҡан Ураҙ руднигын файҙаланыуға тапшырыуҙы кисекмәҫтән тиҙләтеү талап ителә, бының өсөн Учалыға СССР-ҙың ҡара металлургия халыҡ комиссары Иван Тевосян да килә. Руданы Ураҙҙан Магниткаға өҙлөкһөҙ ташыу проблемаһын хәл итеү ҙә еңел булмай.
Ә бит бындағы рудниктарҙа былай ҙа эш көсө аҙайған – күп ирҙәр фронтта. Шулай ҙа, фиҙакәр хеҙмәт менән бергә, Учалы таусылары Ҡыҙыл Армияны ҡоралландырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә, шул иҫәптән – аҡсалата. 1943 йылда, мәҫәлән, рудник эшселәре үҙҙәре генә лә “Башҡортостан истребителе” самолеттар эскадрильяһын булдырыуға 120 мең һум йыйып бирә һәм “Башҡортостан старателе” танктары эшләүгә 12 килограмм алтын тапшыра. 1944 йылда бындай ярҙам тағы ҡабатлана: Башҡортостандың 25 йыллығы исемендәге самолеттар эскадрильяһын булдырыуға таусылар 300 мең һум аҡса туплай. “Учалы старателе” самолеттарын эшләү өсөн алты килограмм алтын бирәләр.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының архив материалдарынан билдәле булыуынса, рудник хеҙмәтсәндәре һәм Бәләкәй Учалы эшселәр ҡасабаһы Ҡыҙыл Армия өсөн бик күп йылы кейем һәм башҡа әйберҙәр оҙата.
Колхоздарҙың да фронтҡа ярҙамы ҙур була. Ирҙәре урынына тракторға һәм комбайнға ултырған ҡатын-ҡыҙҙар иген, ит һәм һөт әҙерләү буйынса дәүләт пландарын арттырып үтәргә лә, яугирҙәргә ярҙам оҙатып торорға ла бөтә көсөн һалып тырыша. Учалы районы колхозсыларының иҫ киткес сәйәхәте – Украинаның һуғыштан азат ителгән райондарына мал ҡыуып алып барыуы тураһында гәзитебеҙ яҙғайны инде. Райондың 23 колхозсыһы ғәйәт ҙур алыҫлыҡта ятҡан Украина еренә, күп михнәттәр кисереп, өс көтөү малды йәйәүләп алып барып еткерә, үҙҙәре бер йылдан ғына әйләнеп ҡайта ала.
Бөгөн дә Учалының илһөйәр халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН