

Еңеү байрамын ҡаршылар алдынан Үрге Тәтешлеләге 1-се һәм 2-се урта мәктәп уҡыусылары “Георгий таҫмаһы” акцияһында әүҙем ҡатнашты.
Балалар ауыл урамдары буйлап йөрөп, яҡташтарына “Георгий таҫмалары”н таратты. Бөтә Рәсәй акцияһы – быуындар бәйләнеше һәм хәрби дан тураһындағы иҫтәлекте кәүҙәләндерә. Ул беҙҙең илдәге миллионлаған кешеләрҙе берләштерә. “Мин –хәтерләйем! Мин– ғорурланам!” тигән мәғәнәне эсенә алған акция һәр кемдең күңеленә яҡын. “Георгий таҫмаһы”ның Бөйөк Ватан һуғышы билдәһе, яу яланында ятып ҡалған һалдаттарға хөрмәт, ветерандарға рәхмәт тойғоһо символы булыуын яҡшы аңлайбыҙ, шуға күрә һәр беребеҙ уны ҡулға алғанда әйтеп бөтөргөһөҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.
Фото: “Тәтешле хәбәрҙәре”.