

Еңеү көнө алдынан “Роснефть” составына ингән “Башнефть” компанияһы ирекмәндәре һәр һуғыш ветеранына килеп, байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырырға, оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән предприятиеларының бөгөнгө уңыштары менән таныштырырға теләй. Ирекмәндәр үҙҙәренең бер хеҙмәт ветеранын да онотмай, орден-миҙалдарға лайыҡтар ҙа, ябай хеҙмәткәрҙәр ҙә уларҙың иғтибар үҙәгендә.
Тик бына был юлы Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Ғәбдрәүп улы Хафизовты ирекмәндәр өйҙә тап итә алманы. Шундай матур, йылы көндә ветеран ниңә фатирҙа түҙеп ултырһын? Бер нисә көнгә дачаһына ял итергә киткән икән. 2023 йыл хеҙмәт батыры өсөн айырыуса иҫтәлекле. Ул быйыл 90 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға йыйына. Ә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлашыуына теүәл 70 йыл үтеп киткән. Операторҙан башлап ҡоролма начальнигы дәрәжәһенә ирешкән, йөҙәрләгән рационализаторлыҡ тәҡдимен индергән Миҙхәт Ғәбдрәүп улы. Ул быйыл Өфөләге Еңеү паркында байрам көнөндә сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашырға ниәтләй.
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ун бала үҫкән ғаиләлә тыуған. 1949 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ленинградтағы диңгеҙ училищеһына уҡырға инә, тик сәләмәтлек торошо буйынса уны тамамларға тура килмәй. Черниковкала төҙөлөүсе Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы эргәһендәге төп эшсе һөнәрҙәр мәктәбен тамамлағандан һуң оператор специальносын ала. Аҙаҡ армия хеҙмәтенә алына, Молотов авиация училищеһындағы тиҙләтелгән офицер курстарын тамамлай, артиллерия һәм бомбардировка ҡоралдары буйынса техник-механик һөнәренә эйә була. Хеҙмәтте Венгрия биләмәһендәге ауыр бомбардировщиктар аэродромында үтә. 1957 йылда запасҡа сыға һәм Өфөгә ҡайта. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына оператор булып урынлаша. 1967–1968 йылдарҙа Болгариялағы Бургас нефтехимия комбинатында бензол етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. Миҙхәт Хафизов – әүҙем рационализаторҙарҙың береһе, уның уйлап табыуҙары һөҙөмтәһендә май блогы ҡоролмаһы ҡеүәте 1,5 тапҡырға арта, эшкәртеү тәрәнлеге 75 процентҡа етә, ә эшселәр һаны ике тапҡырға ҡыҫҡартыла. Тынғыһыҙ Миҙхәт Ғәбдрәүп улы 43 йәшендә Өфө нефть институтын тамамлай. 1977 йылдың майында хеҙмәттәге ҙур уңыштары һәм пландарын, социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне өсөн Миҙхәт Хафизовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены, “Ураҡ һәм сүкеш” алтын миҙалы тапшырыла. Ул шулай уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән наградланған, төрлө почетлы исемдәргә эйә.
– Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләү осоронда байтаҡ данлыҡлы кешеләр менән осрашырға яҙҙы. Шул иҫәптән – республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән. Заводта үҙ эшенең оҫталары күп булды, бер маҡсат һәм уй менән йәшәнек, яҡшы белгес булыу өсөн ваҡытыбыҙҙы ла, көсөбөҙҙө лә йәлләмәнек, – тип хәтерләй йәшлек һәм хеҙмәт йылдарын ветеран.
Ошо осорҙоң тағы бер хеҙмәт ветераны, Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы Галина Михайловна Ширяева 90 йәште уҙған. Ул бөгөн дә ирекмәндәр менән күңелле аралашыу, заводтың тарихи ваҡиғалары, уңған кешеләре менән таныштыра, әллә күпме фотографияларҙы күрһәтеп, тыл хеҙмәткәрҙәренең яҙмышын барлай.
– Тәүге көндән ниндәй яҡшы коллективҡа эләгеүемә һөйөндөм. 17 генә йәштә булһам да, эш ауыр булыуына ҡарамаҫтан, тәүлек әйләнәһенә заводта ҡалырға риза инем. Һигеҙ сәғәтлек эш көнө тураһында хыялланманыҡ та, – тип иҫкә ала ул хеҙмәттә ҡайнаған тәүге эш көндәрен.
Быйыл да ирекмәндәр, ветерандар советы Галина Михайловна янында булып, “Башнефть” компанияһының генераль директоры Андрей Лазеевтың ҡотлау хатын һәм бүләктәр тапшырҙы. Кампания хеҙмәткәрҙәренең балалары ветерандар өсөн махсус рәүештә “Тыныслыҡ өсөн рәхмәт!” конкурсы үткәреп, матур, йөкмәткеле һүрәттәрен бүләк иткән. “Йыл һайын 9 Май байрамы алдынан ирекмәндәр ветерандарға ҡунаҡҡа килә. Быйыл “Ветерандарға – йөрәктәребеҙҙең йылыһы” акцияһы 12-се тапҡыр үткәрелә, 500-гә яҡын кешене ҡотлаясаҡбыҙ. Был акция минең өсөн дә мөһим, сөнки һуғыш беҙҙең ғаиләбеҙгә лә ҡағылды, уның хаҡында олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ишетеп беләм. Өлкәндәр өсөн аралашыу, хәл-әхүәлдәрен белешеү, яңылыҡтар менән таныштырыу бик мөһим”, – ти компания ирекмәндәренең береһе Эльвира Пермякова.
- Динә АРЫҪЛАНОВА