

Һуғыш башланыу тураһында хәбәр Башҡорт Үргене ауылына йәшен тиҙлегендәй килеп етә. Иртәгәһенә үк ауылдаштарҙың ҙур төркөмө фронтҡа оҙатыла. Улар араһында колхоз рәйесе Йәләлетдин Фәхретдинов, бригадир Әхмәт Аҙнабаев, райком инструкторы Әхмәт Байгилдин, шоферҙар Фуат Абдуллин һәм Иҙрис Айҙағолов, көрәшсе Зәйнетдин Ҡолтаев, ҡурайсы Ғәйнулла Имелбаев, Хәким Аҙнабаев, Мисбахетдин Ҡолтаев, Заһиҙулла Зарипов, Мөхәмәт менән Әхәт Мырҙаҡаевтар, Ишмөхәмәт Сәйетҡолов, Әбделхаҡ һәм Әхәт Янбаевтар, Зәйнулла Сәйфуллин һәм башҡа бик күптәр була.
Биш улы һуғышта ҡатнаша
Митингта бәһлеүән кәүҙәле Йәләлетдин Фәхретдинов, көслө һәм йыуан ҡулдарын үргә күтәреп, былай тигән: “Беҙ илде һаҡларға китәбеҙ, иптәштәр! Яуыз дошманды ҡыйратып, Еңеү яулап ҡайтырбыҙ! Ә һеҙ ең һыҙғанып Еңеү хаҡына эшләгеҙ!” Улар алдан уҡ армия өсөн әҙерләнеп ҡуйылған, янбаштарына тимер менән ҡыҙҙырып РККА (Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы) тип яҙылған аттарҙы арбаларға егеп фронтҡа юлланған. Һуғышҡа китеүселәрҙең һаны көндән-көн артҡан. Ауылдаштарҙы оҙатыу сараларының береһендә 80-се йәше менән барған Исхаҡ Янбаев яугирҙәргә ошолай тип мөрәжәғәт иткән: “Уландар, әле өс улым Әбделхаҡ, Әбделәхәт һәм Вәлиәхмәт дошманды туҡмай. Бөгөн дүртенсе улым Ғәлиәхмәтте яуға оҙатам. Ҡыйыу булығыҙ, һеҙҙең өсөн йөҙҙәребеҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын, беҙгә оят килтермәгеҙ! Кәрәк булып, ил саҡырһа, мин дә кесе улым менән Ватанды һаҡларға бергә барасаҡмын!”
Олатайҙың бишенсе улы Әбделхәйгә лә һуғышта ҡатнашырға тура килә. Дүрт бер туған Мөхәмәтйән, Ғәйепйән, Шәрифйән һәм Ғарифйән Искәнйәровтар, өс бер туған Ғиҙелхаҡ, Хәким һәм Шәрифйән Аҙнабаевтар, шулай уҡ 16 ғаиләнән икешәр бер туған ир-егет фронтҡа алына. Аталы-уллы Хөббулла һәм Сәғит Имелбаевтар араһынан Мортаза менән Сәғит кенә бер нисә тапҡыр яраланып иҫән ҡайта. Моталип менән Мортаза Аҡсуриндар, Ғәләүетдин менән Хөснөтдин Ҡолтаевтар, Ҡорбанғәле Айытҡужин менән Мөхтәр араһынан бер Мортаза ғына бер нисә тапҡыр ҡаты яраланып ҡайта.
Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан Хәсән Аҡъюлов 1942 йылдың июнь айында Хеҙмәт армияһына алына. 1943 йылдың октябрендә 50 йәшендә үҙе теләп Хәрәкәт итеүсе армияға китә һәм һуғыш бөткәнсе сапер була. Улы Нәҙерғәле лә, Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, ете йыл хеҙмәттән һуң 1951 йылда ғына Үргенгә әйләнеп ҡайта. Үргендәр яу яландарында үҙҙәрен данға күмә. Зәйнетдин Ҡолтаев Г.И. Котовский исемендәге гвардия кавалерия дивизияһы составында үҙенең хәрби юлын Мәскәү янында башлап, Польшаның көнсығыш сигендә тамамлай. Ә генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Әхмәт Аҙнабаев һәм Заһиҙулла Зарипов, батырҙарса һуғышып, һәләк була.
Бүләккә – биш килограмм он
Беҙҙең ауылдаш-яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы район гәзите биттәрендә лә яҡтыртыла. Мәҫәлән, баҫманың 1942 йылдың 13 апрель һанында Байдәүләт ауылынан өлкән политрук Ғәле Моратовтың “Башҡорт халҡының улдары алға ғына барасаҡ” тигән баш менән яҙмаһы баҫыла. Мәҡәләлә Үрген ауылынан Зәйнулла Сәйфуллиндың бер генә алышта винтовкаһы менән дошмандың 25 һалдатын һәм өс офицерын юҡ итеүе тураһында бәйән ителә. Был батырлығы өсөн ҡаһарман яугир районда беренсе булып Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ошо уңайҙан йәкшәмбе көндәренең береһендә район үҙәге Иҫәнғол баҙарында, халыҡ күп йыйылған ваҡытты тура килтереп, митинг үткәрелә. Геройҙың ҡатыны Әлифәгә заманы өсөн ҙур бүләк — биш килограмм он бирәләр. Ҡаһарманлыҡтары өсөн взвод командиры өлкән лейтенант Вәли Солтанбаев – Ҡыҙыл Йондоҙ һәм “Ватан һуғышы”, лейтенант Ғәйнулла Сәйетҡолов менән артиллерист Хөснөлхаҡ Фәхретдинов – Ҡыҙыл Йондоҙ, Мөхәмәт Ҡолтаев һәм Сабирйән Янбаев III дәрәжә “Дан” орденына лайыҡ була, күптәрҙең түшен хәрби миҙалдар биҙәй.
Ауылдашыбыҙ Мортаза Аҡсурин, ҡаты алыштарҙың береһендә яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡанда, орден менән бүләкләнеүе тураһында ишетә. Һауыҡҡас, икенсе хәрби часҡа ебәрелә, ҡыҙғаныс, награданың эҙе юғала. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 26 мартындағы Указы менән бирелгән III дәрәжә “Дан” ордены яугирҙе 40 йылдан һуң ғына эҙләп тапты.
Бөйөк Ватан һуғышында Үрген ауылынан 136 кеше ҡатнашып, шуларҙың 54-е Еңеү өсөн баштарын яу ҡырында һала. Улар араһында “Ҡыҙыл таң” колхозы рәйестәре Исхаҡ Аҡъюлов, Әхмәт Аҙнабаев һәм Йәләлетдин Фәхретдиновтар ҙа бар. Бер туғандар Әбделхаҡ менән Ғәлиәхмәт Янбаевтар, Зәйнулла һәм Ғәйнулла Сәйфуллиндар, Заһиҙулла менән Ғабдрахман Зариповтар, Ғиниәт һәм Нәсибулла Ҡолтаевтар, Әхмәҙулла менән Шәрифулла Солтанбаевтар, Әхмәҙулла һәм Сәхиулла Ейәнбирҙиндарға тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай.
Ауыр һуғыш йылдарында һәм унан һуң да кешеләр атайҙары, балалары, туғандары тураһында йырҙар, шиғырҙар, бәйеттәр сығара. 17 йәшлек Хөснөтдин Ҡолтаев атаһы менән бергә үҙ теләге менән 1942 йылда яуға китә һәм һуғыш бөтөүгә ун көн ҡалғас ҡына һәләк була. Әсәһе Гөлйәүһәр улына бәйет сығарған:
Германдарға барҙыңмы,
Һуғыш ҡоралын алдыңмы?
Күҙ нурҙары кеүек күргән балам,
Дошман ерҙәрендә ҡалдыңмы?
Дошман алды ғәзиз йәндәрен,
Кемдәр йыйҙы икән тәндәрен?
Ҡанға батып ятҡан саҡтарында,
Кемдәр белде икән хәлдәрен?
Анттарына тоғро ҡала
Һуғыш иҫәп-һанһыҙ ҡорбанһыҙ булмаған кеүек, күп һанлы әсирҙәрһеҙ ҙә булмай. Беҙҙең бер нисә ауылдашҡа ла әсирлектең ауырлыҡтарын кисерергә тура килә, ләкин улар анттарына тоғро ҡала. Тик һуғыштан һуң уларҙы нигеҙһеҙ эҙәрлекләүҙәрҙе бер нисек тә аңлатып булмай. Үргендә бындай мөнәсәбәткә уҡытыусылар Шәрифйән Аҙнабаев, Әхмәт Иҫәнғолов һәм бигерәк тә Әхмәт Аҡъюлов дусар ителә. Пехота ротаһы командиры лейтенант Аҡъюлов һалдаттарының алдында һөжүмгә барғанда ҡаты яраланып аңын юғалта һәм әсирлеккә эләгә. Германияла һәм Францияла булып, ундағы халыҡтың тормошон күргән. Ҡайтҡас, ирҙәр үҙ-ара һуғыш хәлдәрен һөйләшкәндә: "Беҙ йәшәйбеҙме ни, көн генә итәбеҙ бит, тегендә халыҡ йәшәй, исмаһам", – тип әсе дөрөҫлөктө ысҡындыра. Ошоно ғына көткән ошаҡсыларға был етә ҡала. 1950 йылдың 30 ғинуарында өс милиционер, уны мәктәптә уҡыусылар менән дәрес үткәреп торғанында ҡулға алып, өйөндә тентеү яһап, ғаиләһе менән хушлаштырып та тормай алып китә. Ҡатыны менән бәлиғ булмаған алты балаһы өйҙәренән ҡыуып сығарыла, һыйырҙары ла тартып алына. Ярай әле, ҡатын кешенең бер туған ҡустыһы менән килене мөлкәттәрен кире һатып алып бирә. Күп тә үтмәй, Аҡъюловтың эшен Свердловск ҡалаһында Хәрби ялан суды ҡарап, уны атырға хөкөм сығара. Бер тәүлек "смертниктар" камераһында ултырғас, хөкөм 25 йыл төрмә менән алмаштырыла. 1956 йылда СССР Юғары судының ҡарары менән ул “ғәйепһеҙгә ҡулға алынған” тип табыла. Алты йылдан һуң ғына ул ауылына әйләнеп ҡайта.
Үргендәр Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡәҙерен белә, хөрмәт итә һәм уларҙың ҡаһарманлығын онотмай. Бөйөк Еңеүҙең 25 йыллығы яҡынлашҡан осорҙа уҡ уҡытыусы Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы Абдуллина үҙенең уҡыусылары менән һәләк булған ауылдаштарҙың фотоларын йыйыу һәм биографик мәғлүмәттәр туплау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Һөҙөмтәлә 1968 йылда бай йөкмәткеле ҙур күләмле өс альбом төҙөлдө. 1986 йылда мәктәптең Тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды. Һуғыш ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Вәли Солтанбаев етәкселегендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллективы яңы дәрт һәм көс менән изге тема буйынса ҙур эҙләнеү эшен башҡарҙы. Музей күп яңы материалдар менән тулыландырылды. Ауылдың уртаһында һуғышта һәләк булыусыларға обелиск ҡуйылды. Әлбиттә, артабан ул киңәйтелеп, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәр менән тулыландырыласаҡ. Йылдар үткән һайын совет халҡының бөйөк ҡаһарманлығы баҙыҡлана ғына бара. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай...
- Юлай СОЛТАНБАЕВ
Өфө районы