9 май - Еңеү көнө
5 Мая 2023, 08:34

Йөрәк түремдәге ғәзиз кешем

Бер тапҡыр ҙа күрмәгән олатайымдың һыны йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк.

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Был фоторәсемде сабый сағымдан хәтерләйем. Өй түрендәге кәштәлә урын алғайны ул. Ҙурая төшкәс, әсәйем был хәрби кешенең үҙенең атаһы – беҙҙең олатай икәнен һөйләне. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, үлемесле яраланған олатайыбыҙға ни бары 29 йәш булған. 1944 йылда фронтта иҫтәлеккә фотоға төшөп, уны берҙән-бер ҡыҙына, ҡатынына, әсәһенә һалған. Артында олатайым үҙ ҡулдары менән латин графикаһында иҫтәлек һүҙҙәрен яҙып ҡуйған...

Олатайым Әҙеһәм Хәләф улы Мөхәмәтйәров – Күгәрсен районының Тәүәкән (халыҡ телендә – Сәңкем) ауылына нигеҙ һалған Тәүәкән нәҫеленән. Бик хәлле ғаиләнән булған ул. Зилзиләләр ҡубып, колхозлашыу осоро башланғас, атаһы Хәләф Ғәйнетдин улының бар мал-мөлкәтен тартып алып, үҙен һөргөнгә ебәрәләр. Шул китеүҙән ул ҡайта алмай. Бөлгөнлөккә төшкән ғаиләһен 1934 йылда ғына колхозға алалар. Олатайымды, кулак балаһы тип, хатта армияға алмай йөҙәтәләр. Йәнәһе, Ҡыҙыл Армия сафында ундайҙарға урын юҡ... 1937 йылда ғына ҡыҙылармеец булып китә ул. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итеп ҡайтҡас, туған колхозында комбайнсы булып эшләй.

Зат-зәүеренән олатайымдың әсәһе, йәнә бер бабаһы хаҡында ғына һөйләй ине әсәйем. Сабый ғына ҡыҙҙы ҡәрсәһе (Күгәрсендә атайҙың әсәһен ҡәрсәй тиҙәр) ҡарап үҫтергән. Уны Әсәкәй тип йөрөткән ул. Беҙгә инде уларҙың береһен дә күреү насип итмәне...

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та олатайым изге яуға ҡушыла. Фотоһүрәтендә түшенә таҡҡан билдәгә ҡарағанда, уҡсы булып хеҙмәт итә. Кесе сержант звание­һында була, ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. 1944 йылдың ҡышында ауыр яраланып госпиталгә эләгә. Төҙәлеренә өмөт юҡ, исмаһам, яҡындарын күреп өлгөрһөн типтер, уны өйөнә ҡайтаралар. Әсәйем хәтерләүенсә, күкрәгенән яраланған һалдатты оҙатып киләләр. “Ауыл осондағы яланға вертолет төштө, бала-саға шуны ҡарарға йүгерҙек”, – тип хәтерләй торғайны. Көс-хәлгә тыуған йортона ҡайтып еткән атаһын күреүҙән хасиллашҡан күккә олғаштырырҙай бәхете бала йөрәгенә ул саҡтағы иң сағыу иҫтәлек булып уйыла.

Тик шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай шул: бер нисә көндән, ете йәшлек кенә ҡыҙы Гөлзирәнең кескәй ҡулдарын усына йомоп, баҡыйлыҡҡа күсә һалдат. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға йөҙҙәрсә көн һәм төн бар әле! Бәләкәй Гөлзирәнең дә ҡабат иңдәренә төшөр һынауҙары алда...

Әсәйебеҙ ғәзиз кешеһенең һуңғы һулышындағы күренеште һис онота алманы. Атаһы, әйтерһең, бар йөрәк йылыһын сабыйына бирергә теләп, уның усын ҡыҫҡан: Әсәкәйе саҡ айырып ала баланың ҡулдарын. Ғәзизебеҙ ғүмер буйы атаһын һағынып йәшәне. Ауыр мәлдәрҙә, күңеленә урын тапмаған саҡтары булып киткәндәлер: “Их, атайым иҫән булһа!..” – тип үҙ алдына ғына әйтеп ҡуйыр ине. Шунда әсәйемде, ул саҡтарҙағы бәләкәс кенә ҡыҙыҡайҙы, үҙәгем өҙөлөп йәлләй инем.

Һеңлем менән олатайлы-өлә­сәйле тиҫтерҙәребеҙгә көнләшеп ҡарағаныбыҙ иҫтә. “Их, беҙҙең дә олатай, ҡартай иҫән булһа, тормош ниндәй йәмле булыр ине!..” – тип хыялға сума торғайныҡ. Күпме баланы ошондай ҙа ғәзиз кешеләренең йылыһынан мәхрүм иткән ҡәһәрле һуғыш!..

...Йылдар үтеп, сәстәремә сал төшөр мәлдәр яҡынайған һайын, ошо һүрәт миңә ҡәҙерлерәк. Үҙ ғүмеремдә исмаһам бер генә күреү бәхете тәтемәгән яҡын кешемдең йөҙ һыҙаттары йөрәк түремдә ғүмерлеккә урын алған. Шулай уҡ бер мәл дә күрмәгән өләсәйемде лә, атайымдың изге яуҙа ҡорбан булған атаһы – алыҫ Чехословакияла ятып ҡалған Хилалетдин ҡартатайымды ла хәтерләтеп тора ул. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәм, олатайым һыны күҙ алдына килә. Хәҙер инде ул миңә күптән, яулығын яҙып ябыныр мәле лә етмәҫтән, Мәңгелектә урын алған ғәзиз әсәм күҙҙәре менән дә баға...

- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас